Көслө рухлы ҡатын

Көслө рухлы ҡатын 16.01.2015

Өфөлә йәшәүсе өсөнсө төркөм инвалиды Надежда Щекатурова ике тапҡыр юл фажиғәһенә эләгә. Күңелһеҙ осраҡҡа тарығанда уға ни бары 4 кенә йәш  була. Был ваҡиғанан һуң ҡыҙ балалар фалижы менән сирләй башлай, һул аяғы ныҡ йәрәхәтләнә. 2011 йылда ҡатын йәнә машина аҫтына эләгә. Был юлы ул саҡ аяҡһыҙ ҡалмай. Әммә ханым тормош ауырлыҡтарына  бирешмәй, спорт менән шөғөлләнә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай.

Надежда Щекатурова уңыштары хаҡында һөйләй. Йөҙөү, ауыр атлетика, бильярд һәм башҡалар. Ҡатын спорттың бар төрҙәре менән дә шөғөлләнә тиерһең. Уның һәр иртәһе күнекмәләрҙән башлана. Үҙен һәр саҡ формала тоторға тырыша. Надежда Щекатурова: «Иң мөһиме - төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Мин, мәҫәлән, бик күп Паралимпия чемпиондары менән аралашам. Нәҡ улар миңә спорт юлына баҫырға ярҙам итте. Уларҙың ни тиклем көслө рухлы булыуҙарын күреп, дәрт, ҡеүәт алам». Тормош ауырлыҡтарын еңергә Надежда Щекатуроваға улы менән тормош иптәше ярҙам итә. Ғаилә менән бергә улар туристик слеттарға, экскурсияларға йөрөргә ярата. Беҙ сәләмәт тормош яҡлы, ти ғаилә башлығы. Руслан Нәбиев, Наджеда Щекатурованың тормош иптәше: «Ҡатыным менән ғорурланам. Ҡулымдан килгән тиклем ярҙам итергә тырышам. Ул һәр нәмәгә өлгөрә». Надежда Щекатурованың спорттан тыш тағы ла бер үҙенсәлекле шөғөлө бар. Ҡатын бәләкәй сағынан «Киндер сюрприз» уйынсыҡтарын йыя. Коллекцияһы 600-ҙән ашып китә. Надежда ханымдың был шөғөлөнә улы Артем да ҡушылған. Надежда Щекотурова улының киләсәктә спортсы булырына өмөтләнә. 

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика