Көслө дауылдан зыян күреүселәргә компенсация түләү дауам итә 03.09.2014

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса ошо маҡсатта республика бюджетынан ике миллион ярым һум аҡса бүленгән.

Түләүҙәрҙе тәүгеләрҙән булып Краснокама районы Ҡарый ауылы халҡы  алды.  Дауылда мөлкәтен юғалтҡан һәр ғаилә ағзаһына  республиканан 5, федераль ҡаҙнанан 25 мең һум  күләмендә ярҙам күрһәтеләсәк. Әгәр ғаилә бер нимәһеҙ тороп ҡалған икән, был сумма 50 мең һумға тиклем етә.  Шулай уҡ еңелсә һәм уртаса ауырлыҡта  тән  йәрәхәттәре алыусыларға 200 мең һум,  ауыр хәлдәгеләргә 400 мең һум күләмендә аҡса ҡаралған. Тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә һәләк булған ике кешенең ғаиләһенә 1 миллион һум матди ярҙам күрһәтеләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика