Кәртәләр юҡ 27.04.2015

Өфөлә мөмкинлектәре сикле автоһәүәҫкәрҙәр өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Сара быйыл икенсегә үтә. Уның сиктәрендә водителдәрҙең юл йөрөү ҡағиҙәләрен белеү кимәле  тикшерелде, практик күнекмәләр ҙә үтте.

Сараға Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 22 кеше йыйылды. Улар махсус йыһазландырылған автомобилдәргә  идара итеү оҫталығында көс һынашты. Программа буйынса, унда  ҡатнашыусылар трассаны мөмкин тиклем тиҙерәк, шул уҡ ваҡытта хатаһыҙ үтергә тейеш ине. Үҙ көсөн һынап ҡарау мөмкинлегенән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, сараның маҡсаты - мөмкинлектәре сиклеләрҙең водитель оҫталығын күтәреү. Бигерәк тә, руль артына яңы ултырғандар тәжрибәле иптәштәренән үрнәк алып, үҙҙәрен ышаныслыраҡ тоя. Бынан тыш, сара йомоҡ тормош алып барыусы инвалидтарға кеше араһына сығыу, танышыу һәм аралашыу мөмкинлеге бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика