Кәртәләрҙе еңеп

Кәртәләрҙе еңеп 03.12.2015

Башҡортостан халыҡ-ара инвалидтар көнөн ошондай фестиваль менән ҡаршы алды. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған сарала  физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә, һау-сәләмәт балалар ҙа ҡатнаша ала. Быйыл унда Волга буйы федераль округы төбәктәренән 200-гә яҡын ғариза ҡабул ителгән.  Проектты ойоштороусылар - Башҡортостандың  Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәте, «Культпросвет»  агентлығы.  Фестивалдең йомғаҡлау тантанаһы бөгөн Өфөнөң Конгресс Холл бинаһында үтте.  

Гөлнара Әхмәтова Чесноковка балалар йортонда тәрбиәләнә.16 йәшлек  ҡыҙ төрлө милләт бейеүҙәрен башҡарырға, йырларға ярата, спорт, туризм менән шөғөлләнә.  Гөлнара бер нисә тапҡыр Ирәмәлгә лә артылған.  Әүҙем ҡыҙ  йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай. Өлкәндәргә,  физик мөмкинлеге сикләнгән балаларға ихлас ярҙам итә. Быйыл  Гөлнара «Кәртәләрҙе еңеп» фестивалендә ҡатнашырға теләк белдергән.
Фестивалә һау-сәләмәт балалар ҙа, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә ҡатнаша ала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был бик мөһим.  Берлектәге ижад кескәйҙәр күңеленә  изгелек, мәрхәмәтлек орлоҡтары һала. Балалар башҡа кешеләрҙең проблемаһын аңларға,  уларға ярҙам ҡулы һуҙырға өйрәнә. Шуға күрә «Кәртәләрҙе еңеп»  проектының географияһы ғына түгел, уның сиктәрендәге саралар ҙа арта бара. Мәҫәлән, «Минең менән йөрөп кил» акцияһы сиктәрендә етәкселәр мөмкинлеге сикләнгән балалар менән урамға сыҡҡан,  матди ярҙам күрһәтеү ойошторолған, фотоһүрәтттәр, ижади конкурстар старт алған. Бөгөн еңеүселәргә бүләктәр ҙә тапшырылды.
Башҡортостанда башланған фестиваль хәҙер  төбәк-ара  кимәлгә сыҡҡан. Быйыл унда ҡатнашырға 200-гә яҡын бала теләк белдергән. Улар араһында ауыр сирҙәргә дусар булып хәрәкәт итеү һәләтен юғалтыусылар ҙа бар. Әммә улар төшөнкөлөккә бирелмәй. Мәҫәлән, Ижевскийҙан килгән Азул Кулиева халыҡ-ара  конкурстар лауреаты, күреү һәләтен юғалтҡан ҡыҙ тамашасыларҙы әзербайжан телендәге моңло йырҙары менән  әсир итә.
Фестивалгә сәхнә оҫталары ғына түгел, физик мөмкинлектәре сикләнгән башҡа балалар ҙа саҡырыла. Улар төрлө ижади бәйгеләрҙә үҙ һәләтен  һынай, ҡул эштәре әҙерләй. Бындай саралар психолик көскә эйә, ти ата-әсәләр.
Башҡортостанда 14 меңдән ашыу  инвалид бар. Улар ҙа тулы ҡанлы тормош алып барыу хоҡуғына эйә.  Һәм йәмғиәт был төркөмгә ҡараусыларға бар яҡлап та ярҙам  күрһәтергә тейеш. «Кәртәләрҙе еңеп» фестиваленең маҡсаты ошо.  Быйыл ул  физик мөмкинлектәре сикләндәргә  һөнәр алыу, эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен дә күтәреп сыҡты.
Фойелағы был ҡаптар бушҡа ғына тормай, улар тормош юлында осраған эреле-ваҡлы кәртәләрҙе һынландыра. Ә кеше уларҙы йырып сыға белергә тейеш. Ә бына күңелдәр өсөн бер ниндәй кәртәләр ҙә, биктәр ҙә, сиктәр ҙә юҡ. Айырыуса, кескәйҙәрҙең рухи ҡапҡалары асыҡ. Һәм тап ошо мәлдә ларға  кеше ҡайғыһына битараф ҡалмау, изгелек, мәрхәмәтлек орлоҡтарын һалып ҡалырға кәрәк. Был фестиваль ошо йәһәттән оло әһәмиәткә эйә лә инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку