«Кәртәләрҙе еңеп» 29.10.2015

Республикала өсөнсө төбәк-ара балалар ижады фестивалендә ҡатнашырға теләүселәрҙән ғариза ҡабул итеү дауам итә. Конкурста Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүсеһе Алһыу Насирова ла ҡатнашырға теләк белдергән. 15 йәшлек ҡыҙ спортсы.

Алһыу Насирова тиҫтерҙәре менән бергә компас өйрәнә. Ҡул бармаҡтары ярҙамында көньяҡ-төньяҡты билдәләй. 15 йәшлек ҡыҙ бөгөн үҙен туризмда һынап ҡарай. Был өлкәгә ҡағылышлы  һынауҙарҙы ул еңел башҡара. Сөнки Алһыу дзюдо буйынса өс тапҡыр Рәсәй, биш тапҡыр республика чемпионы.
Алһыу Насирова, дзюдо буйынса рәсәй чемпионы: «Әлбиттә, киләсәккә маҡсаттарым күп. Шуларҙың береһе яңынан-яңы еңеү яулауҙар. Донъя чемпионаттарында ҡатнашыу минең өсөн ҙур бәхет булыр ине».
Әйткәндәй, «Кәртәләрҙе еңеп» төбәк-ара фестивале республикала өсөнсө йыл рәттән үткәрелә. Унда мөмкинлектәре сикләнгән һәм сәләмәт балалар  ҡатнаша ала. Ғаризалар 30 октябргә тиклем ҡабул ителә.
Конкурстың һөҙөмтәләре буйынса Гала концерт Өфөлә декабрҙә уҙа. Фестивалдә ҡатнашыусыларға билдәле актерҙар хәйриә акциялары һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика