Көрт  баҫҡан  автомобилдәрҙе  Өфөнөң  һәр  мөйөшөндә осратырға була 12.03.2015

Улар  Киров районына ҡараған  Кувыкин урамында ла  етәрлек. Был машиналар парковка урынын ала, ваҡыт үтеү менән төҫһөҙләнеп бөтөнләй таралып төшә. Ташландыҡ  тимер-томор өйөмөнә әүерелгән ҡорос аттар әйләнә-тирәлә йәшәгән халыҡтың ризаһыҙлығын аттыра. Автомашиналарын  юл ситендә ҡалдырыусы хужалар  кемдәр? Ни өсөн был өлкәлә  тәртип аҡһай?

Ҡар аҫтында ҡышлаусы автомобилдәр автоһәүәҫкәрҙәргә лә, юлаусыларға ла, коммуналь хеҙмәттәргә лә ҡамасаулай. Был автомобилдәрҙең  хужалары кем? Ни өсөн улар үҙ мөлкәтенә яуапһыҙ ҡарай. Был машиналар ҡасан урындарынан ҡуҙғалыр?
Кувыкин урамы буйлап теҙелеп киткән  машиналар бер-нисә йыл дауамында урынынан ҡуҙғатылмаған. Ҡышын уларҙы көрт баҫып китә. Тау-тау ҡар өйөмөндә ҡалған автомобилдәр юл хәрәкәтенә ҡамасаулай. Сипайлово биҫтәһенең Гагарин урамын тәртипкә килтереүсе трактор ҙа  юлға яҡын ятҡан тау өйөмдәрен таҙартҡанда, ҡар баҫып киткән машинаны йәмшәйтергә мәжбүр була.
Көрт баҫҡан автомобилдәр йәйәүлеләргә ләуңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Бигерәк тә коляска менән йөрөгән йәш әсәләр мең бәлә менән тар тыҡрыҡтарҙан йөрөргә мәжбүр
Майя Хочаян: «Иртә менән урамға һауа һуларға сыҡһаң,ташландыҡ машиналарҙың  тирәләй араҡы шешәләре тәгәрәп ята. Коммуналь хеҙмәттәр урамды гел генә йыйыштырып өлгөрмәй бит. Йәйгеһен тәҙрәләре ватыҡ машиналар эсендә аҫарбаҡтар һәм  наркомандар ҡунып сыға».
Өфө урамдарын тултырған хужаһыҙ машиналар хаҡында коммуналь хеҙмәттәр күптән хәбәрҙар. Киров районының  комуналь хеҙмәте вәкилдәре Кувыкин урамында юл хәрәкәтенә ҡамасаулаған автомобилдәр тиҙ арала башҡа урынға, күсереләсәк тип ышандыра.
Антон Тарасов, Өфөнөң Киров районы коммуналь хужалығының бүлек етәксеһе: «Халыҡ беҙгә күпләп мөрөжәғәт итә. Был мөрөжәғәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ. Күсереү мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ».
Дөрөҫ парковкаланмаған һәм  автоһәләкәткә осраған автомобилдәр штраф туҡталҡаларына оҙатыла. Улар араһында ҡар өйөмөндә ҡышлағандар  килеп эләгәме. Юл ситендә ҡарауһыҙ оҙаҡҡа ҡалдырылған автомашиналарҙы эвакуациялағанда ниндәй ҡағиҙәләргә таянырға.
Үткән йыл Өфө районы урамдарының береһендә көрт баҫып киткән машинаға автомобиль бәрелә. Төнгө сәғәттәрҙә теркәлгән юл фажиғәһе водитель өсөн үлемесле тамамлана. Парковкалау өлкәһенә ҡағылышлы ҡануниәт тә тәү ҡарашта  машиналарын ҡар аҫтында ҡышлатыусы хужалар яҡлы кеүек.
Вәкил Харисов, адвокат: «Уларҙы суд ҡарары нигеҙендә генә мөлкәтенән мәхрүм итеү мөмкин. Тиктомалдан бер кемдең дә  мөлкәтен тартып алып булмай. Бының өсөн төплө сәбәптәр кәрәк. Әгәр ҙә машина урамда йә ишек алдында хәрәкәт итеүгә  ҡамасаулай икән, ул юлдан алып ҡуйылырға тейеш. Хөкүмәт ҡарары, эвакуациялау тәртибе бар. Алты ай дауамында хужаһы табылмаһа, машина, суд ҡарары  нигеҙендә эйәһеҙ, тип табыла».
Урам саттарында оҙайлы ваҡыт ҡышлаған машиналар мәсьәләһе  Ленинград өлкәһендә ыңғай хәл ителгән. Машина хужаһына уны башҡа ергә күсереү талабы менән белдереү ҡағыҙы тапшырыла. Ике аҙна арауығында автоһәүәҫкәр был талапты үтәмәһә, автомобиль штраф туҡталҡаһына оҙатыла. Был хәлдән һуң да бер ниндәй ҙә алға китеш булмаһа, машина суд аша утилгә ебәрелә. Бәлки, намыҫлы автоһәүәҫкәрҙәр һәм йәйәүлеләр хәүефһеҙлеген тәьмин итеү,  урамдарҙың санитар торошо  яҡшыртыу өсөн беҙҙә лә ошондай саралар күрегә кәрәктер.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика