Күркәм йола 28.07.2014

Һижри иҫәп буйынса Шәүүәл айының тәүге көнө мәсеттәргә халыҡ ағыла. Күркәм йола быйыл да дауам итте. Баш ҡаланың боронғо иман йорттарының береһе -Туҡай урамындағы беренсе йәмиғ мәсете лә төрлө милләт вәкилдәрен бергә йыйҙы.

Барыһының да маҡсаты Рамаҙан айы тамамаланыуын  байрам намаҙы сафында билдәләү. Рухи яҡтан таҙарынған, изге ғәмәлдәр өсөн көс туплаған мосолмандар  менән хәбәрсебеҙ Илфат Кинйәбаев осрашты.  
Быйылғы июль айы һалҡынса тороуы ауыл эшсәндәрен, һыу буйында ял итергә теләүселәрҙе бер ҙә ҡыуандырмаһа ла, ураҙа тотоусолар өсөн һауа шарттары бик ҡулай булды.  Дин ҡанундарын үтәүселәр әйтеүенсә, бары тик тәүге көндәр генә ауыр бирелде.
Рамаҙан айы иманлылар өсөн иң изгеһе һанала, һәр яҡшы эштең сауабы күп тапҡырға арта, ураҙа тотоусоноң ғәмәл китабындағы насарлыҡтар юйыла. Ашау-эсеүҙән баш тартыу, үҙ-үҙеңде сикләү тәү сиратта түҙемлекте тәрбиәләй, кешегә ихтыяр көсө өҫтәй. Бар яҡтан ҡарағанда ураҙаның әһәмиәте баһалап  бөткөһөҙ, тип билдәләй дин әһелдәре.
Ҙур байрамдарҙа мәсет эсе шығырым тулы булыуына ҡала халҡы күптән инде күнегеп бөткән. Ураҙа ғәйетенә килеүселәр ҙә үҙҙәре менән намаҙ келәмдәре йөрөтә. Артабан дин ҡәрҙәштәре тигеҙ сафтарға теҙелешеп ғибәҙәт ҡыла, төрлө милләт вәкилдәре иң-иңгә терәшеп берҙәм хәрәкәт итә.
Йола буйынса урамда халыҡты эҫе былау көттө. Ураҙа байрамы ла ғаилә һәм туғандар менән бергә үтергә тейеш, ти дин әһелдәре. Ғәйет дауамында ҡунаҡ саҡырыу, бүләктәр өләшеү, ҡәберҙәргә йөрөү ҡабул ителгән.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика