Күргәҙмәлә – бесәйҙәр

Күргәҙмәлә – бесәйҙәр 20.10.2014

Өфөлә ойошторолған экспозицияла 30-ҙан ашыу тоҡомға ҡараған бесәйҙәрҙе күрергә мөмкин. Сираттағы сара 200-ҙән ашыу кешене йыйҙы. Еңеү яулаусы йорт хайуандары хужалары сертификат һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән бүләкләнде.

Был бесәйҙәр күргәҙмәнән күргәҙмәгә йөрөп өйрәнеп бөткән. Халыҡ-ара конкурстарҙа бер нисә тапҡыр еңеүсе исеменә лә лайыҡ булған. Иң мөһиме, был тоҡом үҙенең хужаһына тоғро ти, уларҙың хужаһы.
Елена Кошетина, күргәҙмәлә ҡатнашыусы: «Бесәйҙәрҙе күпләп үрсетәбеҙ. Был бик иркә тоҡом. Уларҙы бесәй ҡиәфәтендәге эт тип атарға мөмкин. Ғәҙәттә, улар хужаларына гел эйәреп йөрөргә ярата».
Британ, Себер, Фарсы тоҡомо һәм башҡалар... Күргәҙмәлә бесәйҙәрҙең ниндәйе генә юҡ! Уларҙың һәр береһенең үҙ холҡо, үҙенсәлеге бар. Макс мейн-кун тоҡомона ҡарай. 4 йәшлек кенә булһа ла, уның ауырлығы 12 килограмм. Өфөлә был иң ҙур бесәй булып һанала. Макстың тоҡомо Дания һәм Норвегия илдәренә барып тоташа. Уҫалға оҡшап торһа ла, ысынбарлыҡта иһә, ул бик иркә бесәй. Өфөлә тоҡомло бесәй үрсетеү менән шөғөлләнеүселәр байтаҡ. Был шөғөлдә иң мөһиме - йорт хайуанының ҡиәфәтенең һәм характерының үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыу. Күргәҙмәләргә махсус белгестәр саҡырыла. Улар һәр бесәйҙең теге йәки был тоҡомға ҡарауын тикшерә.
 Ирина Горенева, халыҡ-ара бесәйҙәр конкурсы судьяһы: «Был Бурма тоҡомо бесәйе. Беҙҙең алда Европа бурмаһы. Ул махсус стандарттар буйынса баһалана. Беренсе сиратта ауырлығын тикшерәбеҙ. Бурма тоҡомло бесәйҙәрҙе тирегә төрөлгөн кирбес тип тә йөрөтәләр. Уның күҙе алтын төҫөндә булырға тейеш. Зәңгәр йә иһә йәшел булһа, тоҡомло булып һаналмай».
Күргәҙмә йылына ике тапҡыр уҙғарыла. Йорт хайуандары хужаларынан тыш, балалар ҙа бесәйҙәрҙе һүрәткә төшөрөп ижади конкурста ҡатнаша. Конкурстар тоҡомло бесәйҙәрҙе һаҡлап ҡалырға һәм таратырға ярҙам итә, ти ойоштороусылар.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку