Күренекле виртуоз ҡумыҙсы һәм өзләүсе Роберт Заһретдинов 84-се йәшендә арабыҙҙан ките 01.03.2016

Роберт Абдрахман улы 1932 йылдың 16 декабрендә Мәсетле районында донъяға килгән. Өфө сәнғәт училищеһын, Свердловск музыка-педагогия институтын тамамлаған.

Роберт Заһретдинов - Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ-ара өзләү фестивалдәре еңеүсеһе, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» халыҡ-ара конкурсында бер нисә тапҡыр  лауреат исемен яулаусы. «Ҡумыҙҙа уйнау мәктәбе» китабы өсөн ул Д.Сорос исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ булды. Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында иртәнге сәғәт11-ҙә башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика