Күренекле офтальмолог, профессор Ғабдулла Ҡоҙаяровҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды

Күренекле офтальмолог, профессор Ғабдулла Ҡоҙаяровҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды 09.02.2015

Ул  Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты бинаһына ҡуйылды. Тантанала шәхестең яҡындары, коллегалары, уҡыусылары ҡатнашты.

Ғабдулла Ҡоҙаяровтың офтальмология өлкәһендәге уңыштары медицинала киң билдәле. Ул ҡара ҡылау, ҡараһыу, күҙҙәрҙең вируслы ауырыуҙарына ҡаршы уңышлы көрәшкән. Профессор Ҡоҙаяров Башҡортостанды ғына түгел,  хатта башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәрҙе лә трахоманан ҡотҡарыусы һанала. Республикала офтальмологтар мәктәбен булдыра. Билдәле ғалим иҫтәлегенә медицина өлкәһендәге яҡшы һөҙөмтәләр өсөн Башҡортостан фәндәр академияһы махсус премия булдырған. 1969 йылда Ғабдулла Ҡоҙаяровҡа Өфөнөң тәүге почетлы гражданины исеме бирелә. Профессорҙың киң яҡлы эшмәкәрлеген коллегалары һәм  уҡыусылары тик ыңғай яҡтан ғына баһалай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика