Кәрәге булмаған сауҙа комплексы 20.10.2014

Өфөнөң СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр эргәләрендә барған төҙөлөш эштәренә ризаһыҙлыҡ белдереүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ҡасандыр алмағас, миләш аллеяһы урынында хәҙер ике ҡатлы сауҙа комплексы төҙөмәкселәр. Халыҡ ундай үҙәккә ихтыяж булмауын белдерә.

Ғәҙеллек талап итеп пикетҡа сығыусыларҙы полиция хеҙмәте ҡулға ала. Рөхсәт ителмәгән акция ойоштороусыларға 20 мең күләмендә штраф һалынды. Шуға ҡарамаҫтан, уңышһыҙ акция һәм штраф квитанцияһы ла ғәҙеллек эҙләүгә кәртә булма алмай, күрәһең. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр әлегәсә урында барған төҙөлөш эштәренә ризаһыҙлығын белдерә. Ошо көндәрҙә йортта йәшәүселәр йәнә көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итергә йыйылды. Сәбәп шул уҡ - эргәлә төҙөлөш эштәренең дауам итеүе. СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы 47-се һәм 45-се «а» йорттары киҫелешендә төҙөлөш эштәре 2003 йылда башлана. Тәүҙә урындағы туҡталыш павильонын төҙөкләндерергә тотоналар. Әммә бер йылдан эштәр ниндәйҙер сәбәп буйынса туҡтатыла. Теүәл ун йылдан һуң туҡталыштағы павильон майҙаны ике тапҡырға киңәйтелеп, сауҙа комплексы төҙөлә башлай. Объект паспорты буйынса был урында ике ҡатлы сауҙа комплексы, шул иҫәптән һигеҙ метр тәрәнлектә автомобиль парковкаһы төҙөү планлаштырыла. Төҙөлөш эштәренә бәйле күп ҡатлы йорттарҙа ярыҡтар ҙа барлыҡҡа килгән. Стеналар сатнауын халыҡ эргәлә ҡаҙыу эштәре алып барылыуға бәйләй. Эргә-тирәлә үҫкән алмағас, миләш ағастары төбө-тамыры менән йолҡоп алып ташланды, хәҙер ултырырға ла урын юҡ, тип зарлана оло быуын вәкилдәре. Әлеге ваҡытта планлаштырылған автомобиль туҡталҡаһында эштәр өс метр тәрәнлектә башҡарылған. Һуңғы көндәрҙә яуып үткән ямғыр һыуҙары ошо соҡорға йыйылды, хәҙер ер бер-бер артлы ишелә лә башланы, ти халыҡ. Мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү өсөн беҙҙең ижади төркөм яуаплы ойошма вәкиле менән бәйләнешкә сыҡты. Ул төҙөлөш участкаһының белгестәр тикшереүе үтеүен, күп ҡатлы йорттарға хәүеф янамауын белдерҙе. Өфө ҡала хакимиәте иһә объекттың ҡала милкенә ҡарамауын, төҙөлөш эштәренең законлы нигеҙҙә алып барылыуын, документтарҙың теүәл булыуын билдәләй. Шулай ҙа, күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙән ялыу килеүе сәбәпле, хакимиәт вәкилдәре төҙөлөш урынына белгестәр ебәрергә нитләй.
 Владимир Барабаш, Өфө ҡала хакимиәте вәкиле: «СССР-ҙың 50 йыллығы урамында барған төҙөлөш эштәренә бәйле, ҡала хакимиәтенә бихисап ялыуҙар килде. Шуға ла беҙ урынға белгестәр ебәрәсәкбеҙ. Улар объекттың проект нигеҙендә төҙөлөү-төҙөлмәүенә иғтибар итәсәк. Әгәр инде урында етешһеҙлектәр теркәлгән осраҡта, тейешле саралар күреләсәк».
Төҙөлөштөң проектҡа ярашлы булыу-булмауы белгестәр тикшереүенән һуң билдәле буласаҡ. Урында йәшәүселәр ике ҡатлы сауҙа комплексы күтәрелгән осраҡта, торлаҡтары өсөн хәүефләнә. Улар йорттарҙың ишелеп төшөүенән ҡурҡа. Миҫал итеп улар күптән түгел Өфөнөң Коммунистик урамында булған ваҡиғаны килтерә.
 Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика