Күптәр миллионерҙар тураһында уйлана, хәтеренә төшөрә башлар, Гиннестар китабын да асырға иренмәҫ

Күптәр миллионерҙар тураһында уйлана, хәтеренә төшөрә башлар, Гиннестар китабын да асырға иренмәҫ 25.06.2015

Автомобилдәргә битараф булмаған, уларҙы яратҡан, күҙ ҡараһындай һаҡлаған  егет Өфөлә йәшәй.

Кемдәргәлер автомобиль араларҙы үтеү сараһы, кемдәргәлер байлыҡ билдәһе, ә бына автомоделсе Айбулат Ишназаров өсөн был хобби.  Уның  автомобиль күсермәләре коллекцияһында150-ләп машина, улар араһында совет осоро автомобилдәре, тракторҙар һәм донъяның полиция машиналары бар.
Айбулат был машиналарҙы йыйып ҡына ҡалмай, төҙәтмәләр индерә, автомобилдең бәләкәй деталдәрен яҡшырта,  шымарта. Моделдәр иһә, ысын автомобилдең  43 тапҡыр бәләкәсәйтелеп эшләнгән күсермәһе. Айбулат ЛиАЗ-677 автобусында йөрөп үҫкән, был төрөн дә ул коллекцияһына индергән. Мәҫәлән, бындай ,,Интурист,, яҙыулы «Икарустарҙа» Совет осоронда сит ил туристарын ултыртып йөрөткәндәр. Ә уның моделе ни бары 300 данала ғына сығарылған һәм ул Айбулатта бар.
Айбулат әлеге мәлдә тракторҙар йыя. К700, МТЗ 50, сылбырлы  ДТ 54, Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрендәге тракторсы Айбикәнең универсалы һәм  сиҙәм ерҙәрҙе күтәргән ДТ 54 совет тракторҙары әле бар, ә башҡалары әле эҙләнеү өҫтөндә.
Айгөл Ғиләжетдинова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика