Күптән түгел генә Владимир Путин илдә автомобиль яғыулығының сифатын тикшерергә ҡушҡайны

Күптән түгел генә Владимир Путин илдә автомобиль яғыулығының сифатын тикшерергә ҡушҡайны 01.06.2015

Президент әйтеүенсә, ҡайһы бер заправкаларҙың эшмәкәрлеге  халыҡты  талауға ҡоролған. Был күренеш автомобилдәргә зыян килтереп кенә ҡалмай, ҡулланыусыларҙы ла алдай. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре нефть эшкәртеүсе заводтарҙа, ваҡлап һатыу станцияларында ла тикшереүҙәр үткәрҙе. Тәүгеләрендә хәлдәр ярайһы уҡ яҡшы, ә бына заправкаларҙа ҡағиҙә боҙоу осраҡтары етәрлек теркәлгән. Башҡортостан прокурорҙары ла был эштән ситтә ҡалманы.  Байтаҡ яғыулыҡ ҡойоу станцияларында тикшереүҙәр үтте.

Бензин ҡойоу  станцияларында хаҡтарҙың яйлап ҡына юғарыға "үрмәләүенә" инде күнектерелгән. Ҙур компаниялар менән берлектә был тармаҡта аҡса эшләргә теләүселәр ҙә арта. Ҡала ситендә, район үҙәктәрендә аҙым һайын тиерлек  шәхси заправкалар арзан хаҡҡа бензин тәҡдим итә. Күптәр ошо ҡармаҡҡа эләгә лә инде. Арзан хаҡҡа алданып сифатһыҙ яғыулыҡ ҡойҙорта. Ришат Миндияров та шундайҙар  иҫәбендә. Юл сатында урынлашҡан яғыулыҡ колонкаһынан  ҡойолған бензин уның машинаһын эшлектән сығара .
Ришат Миндияров,  зыян күреүсе: «Ул бензиндың еҫе буйынса ла аңланы. Бензинға нимәлер ҡушылған тине. Тартыуын тарта машина, ләкин бында артығыраҡ ҡуштылармы икән. Үҙем белгес булмаһам да аңлай башланым - заправкала сәбәбе ине һәм шулай булып сыҡты».
«Йүнһеҙ» бензин арҡаһында фильтр, клапандарҙың яныуына водителдәр ҡул һелтәп кенә ҡарай. Мутлашыусылар менән  бәхәсләшкәнсе,  «тимер ат»ты үҙ кеҫәңдән  ремонтлау күпкә отошлораҡ, күрәһең. Иң мөһиме: нервылар һау булһын, ти күптәр. Яғыулыҡ лотерея уйыны кеүек. Берәүҙәр ота, икенселәр отола. Шул уҡ ваҡытта  сифатһыҙ яғыулыҡ арҡаһында автомобиль двигателенең эшләү ваҡытының ике-өс тапҡырға кәмеүен дә  барыһы ла белә.
-Машина тартыуына ҡарап беләбеҙ бензин сифатын. Һөйрәһә - һәйбәт бензин. Һөйрәмәһә - алама. Шулай.
- Сифат тураһында әйтһәк инде - һәйбәт түгел. Өйләндерәләр. Ысынлап та, шулай.
- Подделка һәр ваҡыт бар. Бензиндың сифаты алама, машина йөрөмәй.
Яғыулыҡ сифаты менән Генераль прокуратура ла ныҡлы ҡыҙыҡһына башланы. Был йәһәттән Өфө районының тиҫтәгә яҡын шәхси заправкаһына рейд ойошторолдо. Тәүге объектта  прокуратура, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәрен, экологтарҙы йылмайып тигәндәй ҡаршы алдылар.
Шәхси заправка хужаһы тейешле документтарҙың барлығына, яғыулыҡ сифатының юғары кимәлдә булыуына инандыра. Хәйер, бензин махсус лабораторияға экспертизаға алынды. Һөҙөмтә бер нисә көндән һуң билдәле була. Ә инде заправкала булған етешһеҙлектәрҙе тикшереү органдары "Һә!" тигәнсе тапты. Был объектта янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тейешенсә үтәлмәй, етмәһә  иретеп-йәбештереү эштәре лә алып барыла ине.
Ҡағыҙ ярҙам итһә ярай ҙа ул, штраф түләү хәүефе бар. Сифатһыҙ бензин өсөн 300 мең һумғаса штраф ҡаралған. Кем белә, бәлки был сумма ҡайһы бер йүнселдәр өсөн бик ҙур ҙа түгелдер. Сөнки уларҙың сифатһыҙ бензин менән күпме аҡса эшләүе билдәһеҙ. Киләһе заправкала киреһенсә, погонлы кешеләргә йылмайыусы булманы, улар менән һөйләшергә лә теләмәнеләр.
Заправка хеҙмтәкәрҙәре барыһы ла яҡшы, тип аҡланһа ла,   егерме минут эсендә бында ни бары ике машина туҡтаны. Ә белгестәр  станция эшмәкәрлегендә байтаҡ етешһеҙлектәр  асыҡланы. Әйткәндәй, водителдәр яғыулыҡ сифатында икеләнгән осраҡта тейешле органдарға ялыу яҙа ала. Йылына Техник көйләү һәм метрология буйынса Федераль агентлыҡтың Башҡортостан инспекцяиһына тиҫтәләгән кеше мөрәжәғәт итә.
Ирина Антипина, техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡтың бүлек етәксеһе: «Нефть продукттары сифатына иң күп ялыуҙар 2011-2013 йылдарҙа килде. Бөгөн дә мөрәжәғәт итеүселәр бар, тик улар аҙыраҡ. Әйтәйек, апрелдә ике мөрәжәғәт килде. Ошоға таянып, әлегә был баҙар бер ни тиклем тотороҡланған, тигән һығымта яһарға мөмкин».  
Оҙон аҡса яратыусы «йүнселдәр» бензинға билдәһеҙ шыйыҡсалар өҫтәүҙән генә түгел, уны ҡойоп еткермәүҙән дә табыш ала. Ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы ситкә ҡуя алмай, журналист тикшереүе үткәреп ҡарарға булдыҡ. Бер нисә яғыулыҡ ҡойоу станцияһында  бензин һатып алып,  үлсәп ҡараныҡ. Тәүге заправкала уҡ беҙҙе алданылар.
Әлбиттә, тәү ҡарашҡа илле миллилитр аҙ ҙа кеүек. Яҡынса ике һумға оттолар. Шулай ҙа көнөнә бер ун машинанан да ярайһы уҡ сумма йыйыла.  Ҡыҙғанысҡа, республика юлдарындағы  водителдәрҙең түҙемлеген һынау дауам итә.
Азат Мәһәҙиев, водитель: «Бәлки ҙур компанияларҙа ла шулай махинациялар барҙыр. Сөнки бензиндың бер үҙенсәлеге бар. Йылыла күбәйә, һыуыҡта кәмей. Бер ҡасан да белеп булмай ул теүәл генә».
Яғыулыҡҡа хаҡтың даими күтәрелеүе, уның сифатһыҙлығы, ҡойолоп еткерелмәүе - был етешһеҙлектәрҙе күптәр шым ғына ситтән күҙәтергә өйрәнгән. Намыҫһыҙланып килем алырға теләүселәргә шул ғына кәрәк тә инде... Автомобиль транспорты йылдан-йыл  үҫешә. Тимәк, был тармаҡта кеҫә ҡалынайтыусылар ҙа кәмемәйәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку