Күптән көтөлгән оло байрам - Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы юғары ойошҡанлыҡта үтте 09.05.2015

Ҡала, район үҙәге һәм ауылдарҙа барған тиҫтәләгән парадтарҙы хатта көнө буйына тиерлек яуған ямғырҙар ҙа туҡтата алманы.

Бөйөк Еңеүгә арналған байрам сараларынан республиканың һәр ҡалаһы, һәр ауылы гөрләгәндер. Иң матур парадтарҙың береһе Баймаҡ районында үтте.Бөйөк Еңеүгә арналған саралар бай йөкмәтке менән айырылды. Райондың предприятиелары һуғыш техникаһының күсермәһен дә эшләгән, парадҡа тотош кавалерия эскадронын  сығарған. Шул уҡ ваҡытта төп иғтибарҙың ветерандарға йүнәлтелеүе лә асыҡ сағыла.
Күгәрсен районы быйылғы парадҡа үҙенсәлекле драматургия тәҡдим итте. Әйтәйек, заманында Георгий Жуков ҡатнашыуы менән хәтерҙә ҡалған  Еңеү парадының йөҙөк ҡашы ат образын бында ла беренсе планға ҡуйғандар.  Мораҡ ауылы янында урынлашҡан Һабантуй майҙанына 70 һыбайлынан торған  кавалерия эскадроны сыҡты. Кешеләр уларҙы алҡыштар менән ҡаршы алды, алҡыштар менән оҙатты. Күгәрсен ерендә үткән байрам театрлаштырылған тамашалары менән айырылып торҙо

Шаран районы ла фронтҡа үҙенең 8 меңдән ашыу егетен һәм ҡыҙын ебәргән. Яу яланынан ҡайта алмағандар иҫтәлеге байрам тантанаһында айырыуса ихтирам һәм хөрмәт менән иҫкә алынды Фронтҡа киткәндәрҙең  4 меңдән ашыуы яу яланында ятып ҡалған. Еңеүҙе тылда көнө-төнө эшләп яҡынайтыусылар ҙа был көндө иғтибарһыҙ ҡалманы. Шаран районы колхоздары крәҫтиәндәренең хеҙмәте лә Хөкүмәт тарафынан юғары баһаланған. «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән  6 меңдән ашыу  кеше бүләкләнгән.
  
Ишембайҙа ла мемориаль комплекс асылды. Ҡала үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышына арнап «Һуғыш билдәләре» тип аталған алты стела урынлаштырылған.Уларҙа райондан һуғышҡа оҙатылған 26 мең һалдаттың исеме яҙылған. «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡала халҡынан өс меңгә яҡын кеше ҡушылды.

Иглин районында Бөйөк Еңеү көнөн район үҙәк мәҙәниәт йортонда «Виват Еңеү» тип аталған концерт программаһы асты. Ошонда уҡ байрамға арналған митинг уҙҙы. Районда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан 40 ашыу кеше йәшәй. Иглин мәктәптәре уҡыусыларының  «Үлемһеҙ полк» колоннаһы  ауыл урамдары буйлап үтте. Район үҙәгенең Еңеү паркына хаттар һәм ветеран тауыштары яҙылған видеотаҫма менән хәтер капсулалары һалынды. Байрам сиктәрендә «Уйна, гармун!»  конкурсы ойошторолдо.

Бәләбәй районы Советтар Союзының 11 геройын, Дан орденының тулы кавалерҙарынан 4 кешене үҫтергән.Илдең көнбайышынан килгән 5 мең ярым кешегә икенсе тыуған ил дә ул был ер. Украинаның Бурынь ҡалаһынан  күсерелгән  шәкәр комбинаты ЗИС-5 машиналарына генераторҙар сығарған. Был йылдарҙа Бәләбәйгә 3 госпиталь, артиллерия курстары, 113-сө авиация эскадрильяһы ла күсерелә. Бөгөнгө байрамда «Үлемһеҙ полк» маршы үтеүе инде Бәләбәй халҡы өсөн иң төп ваҡиға булғандыр. «Тыл - фронт өсөн»мемориаль комплексының барлыҡҡа килеүе Башҡортостанда Бөйөк Еңеүгә арнап асылған берҙән бер һәйкәл булып сыҡты.

Нефтекама ҡалаһында һуғыш һәм тыл ветерандарына арнап мемориал асылды. Тантаналы саралар Еңеү скверында уҙҙы. Уны Нефтекама, Ағиҙел һәм Краснокама районының хәрби комиссариаты етәкселегендә уҙған парад та биҙәне. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары байрамға ретро-машиналарҙа килде. «Шәм яндыр» тип аталған патриотик акция Еңеү көнөнә арнап Нефтекала үткәрелгән байрамға нөктә ҡуйҙы..

Архангел районы Карташовка ауылында Ҡыҙыл байраҡҡа оҡшатып эшләнгән обелискта  һуғышта ҡатнашҡан һикһән ике кешенең исем-шәрифе яҙылған.Уны төҙөү биш йылға һуҙылған. Мемориал халыҡ көсө менән күтәрелгән. Ҡыҙыл таҫманы ауыр йылдарҙа уҡытыусы булып эшләгән Наталья Козлова киҫте. Ҡыҙғанысҡа, ауылда Бөйөк Ватан һуғышының бер генә ветераны ла ҡалмаған.
Әлшәй районының  Сурай ауылында Еңеү байрамын үҙ көстәре менән мөһабәт һәйкәл төҙөп, концерт ойоштороп, ҡорбандар салып, ҡунаҡ йыйып ҡаршы алдылар. Һәйкәл ауылда әлеге көндә иҫән берҙән-бер фронтовик, ҡанлы яуҙың шаһиты 91 йәшлек Зәғифә Миңлеғәле ҡыҙының фатихаһы менән асылды.  

«Үлемһеҙ полк» бөгөн Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ҡасабаһы урамы буйлап  та үтте. Мәктәп уҡыусылары ил азатлығы хаҡына  башын һалған яугирҙәрҙең портреттарын күтәреп барҙы. Байрам тантаналары артабан   үҙәк майҙанда  дауам итте. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Прибельскийҙа ла әҙ ҡалған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика