Күп милләтле ил ҡото

Күп милләтле ил ҡото 04.11.2015

160 милләтте үҙенә һыйындырған республика татыулыҡ яғынан ғына түгел, ҡатнаш ғаиләләренең өлгөлө йәшәүе менән дә күркәм. Ошондай парҙарҙың береһе Өфөлә йәшәүсе Магомедовтар. Ғаилә башлығы Хәбиб дағстан егете, тормош иптәше Мәрйәм башҡорт ҡыҙы.

Мәрйәм Магомедова хәҙер дағстан милли аш-һыу серҙәрен дә яҡшы белә. Шулай ҙа халыҡтар кухняһында уртаҡлыҡ бар, тик ризыҡтарҙың исеме генә башҡаса, ти ханым. Мәҫәлән, башҡорттарҙың бауырһағын дағстандар ҙа бешерә икән, ул мато тип атала. Мәрйәм Магомедова әлеге ваҡытта аш-һыу аша авар телен өйрәнә. Курзе, хинкали - дағстандарҙың төп ризыҡтары һанала.
Магомедовтар ғаиләһенең өҫтәленән  милли аш-һыу өҙөлмәй. Шул иҫәптән башҡорт аштары. Өфөлә танышҡан йәштәр ҡатнаш никахҡа ыңғай ҡарашта. Тик бер-береңдең йолаларын, телен хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк, ти улар.
Хәбиб Магомедов: «Рәсәйҙә ҡатнаш ғаиләләр бик күп. Дағстан егеттәре араһында ла башҡорт ҡыҙҙарына өйләнеүселәр байтаҡ. Минеңсә, һөйөү булғанда, никахҡа кәртә юҡ. Тик ғаиләләл дини, милли мәсьәләләргә тигеҙ ҡараш ҡына кәрәк. Тап шул саҡта ғына татыулыҡ була».
Магомедовтар бөгөн бер бала тәрбиәләй. Улына атай кеше олатаһы хөрмәтенә Асхаб Умар тип исем ҡушҡан. Йәштәр әле икенсегә сабый көтә. Уға исемде әсәһе һайлаясаҡ. Татыу ғаилә балаларыбыҙ ике телдә лә аралашып үҫәсәк тип иҫәпләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика