Күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итеүселәрҙең 70 проценттан ашыуы Росреестр хеҙмәттәренә тура килә

Күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итеүселәрҙең 70 проценттан ашыуы Росреестр хеҙмәттәренә тура килә 08.12.2015

Был турала бөгөн Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең   Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков  белдерҙе.

Республикала көн һайын хоҡуҡтарҙы теркәүгә 4 мең самаһы ғариза ҡабул ителә. Идаралыҡтың мәғлүмәттәр базаһында әле өс миллиондан ашыу күсемһеҙ милек объекттары иҫәпләнә.  Уларҙың яртыһынан күберәге капиталь төҙөлөш объекттары, ҡалғандары ер участкалары. Әйткәндәй,  быйыл республикала күрһәтелгән электрон хеҙмәттәр бермә-бер артҡан.  Шулай уҡ, 1 декабрҙә ғәмәлгә ингән үҙгәрештәргә ярашлы, кешеләр өйҙәрен йәки ер участкаларын иҫәпкә ҡуйғандан һуң биш йыл эсендә хоҡуҡтарын теркәмәһә, дәүләт был объектарҙы хужаһыҙ тип ҡабул итеүе ихтимал.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку