Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең  капиталь ремонтҡа 5 миллион һумға тиклем аҡса алыуы ихтимал 18.05.2017

Рәсәй Төҙөлөш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был суммаға ремонт барышында юғары һөҙөмтәле технологиялар индергән һәр йорт дәғүә итә ала. Программала ҡатнашыу өсөн күп фатирлы йорттоң сафҡа ингәндән һуң файҙаланыу ваҡыты биш йылдан кәм һәм 60 йылдан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ энергия ресурстарын коллектив иҫәпләү ҡорамалдары менән тәьмин итеү ҙә мөһим шарт.  

Ян Фельдман, «Госстрой» компаниялар төркөмөнөң башҡарма директоры: «Күп фатирлы торлаҡ йорттар инфраструктураһында юғары һөҙөмтәле технологиялар файҙаланыу бик дөрөҫ һәм үҙен аҡлаған ысул. Сөнки ул йорт сығымдарын кәметеү  һәм уны хеҙмәтләндереүҙе уңайлы һәм хәүефһеҙ итеү мөмкинлеге бирә. Заман торлаҡ комплекстары төҙөлөш стадияһында уҡ аҡыллы системалар үҙләштерергә тырыша. Бөгөн күп кенә өфөләр бындай  яңылыҡтарҙың уңайлығын үҙҙәрендә һынап ҡараны ла инде».
Министрлыҡта белдереүҙәренсә, әлегә заявкалар Калининград өлкәһендәге күп фатирлы 9 йорттан алынған. Капиталь ремонт сиктәрендә һауа шарттарына көйләнгән автоматик айырым йылытыу пункттары ҡуйыу, дөйөм ҡулланыштағы тәҙрә- ишектәрҙе алыштырыу күҙаллана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика