Күп ҡатлы йорттарҙы төҙөкләндереү дауам итә

Күп ҡатлы йорттарҙы төҙөкләндереү дауам итә 16.04.2015

Эш төбәк операторы һәм Өфөнөң муниципаль райондары башланғысында башҡарыла. Баш ҡаланың Совет районында әлегә 6 йортта капиталь төҙөкләндереү эштәре бара. Биналарҙың тышы яңыртыла, ҡыйыҡтар алмаштырыла.

Өфөнөң Ленин һәм Революция урамдары киҫелешендә урынлашҡан дүрт ҡатлы йорт үткән быуаттың архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Бина фасадын семәрле балкондар, колонналар биҙәй. Тик был матурлыҡ таушалып, ҡойолоп бара. Йорт капиталь төҙөкләндереү программаһына ингәс, бында йәшәүселәр тәү сиратта уның тышын яңыртырға була.
Тамара Губик, йорт комитеты рәйесе: «Беҙҙең йорт 1951 йылда төҙөлгән. Шунан бирле төҙөкләндереү күргәне булмаған. Беҙҙең өсөн был көтөп алынған ваҡиға. Йортобоҙ күркәмләнер тип уйлайым».
Ярты быуат эсендә йорттоң ҡыйығы ла эшлектән сыға. Әле уны төҙөкләндереү эштәре бара. Серегән өрлөктәр яңыртыла, онталған шифер урынына профнастил һалына. Беҙ эш башлар алдынан бина бик насар хәлдә ине, ти подрядсы ойошма етәксеһе.
Йорт архитектур ҡомартҡы булыу сәбәпле, уны төҙөкләндереү ҙә ентекле башҡарыла. Балкондар тергеҙелә, бинаның буяуы яңыртыла. Эштәр  оҙаҡҡа һуҙылырға тейеш түгел.
Әлегә тик бина ниндәй төҫкә буяласаҡ тигән һорау ғына асыҡ ҡала.
Ул ошо көндәрҙә раҫланырға тейеш.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку