Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүсе хужалар бынан ары подъездағы электр энергияһы өсөн түләмәйәсәк

Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүсе хужалар бынан ары подъездағы электр энергияһы өсөн түләмәйәсәк 16.12.2015

Сөнки республиканың юғары суды дөйөм йорт ихтыяждары тип аталған графаны законһыҙ тип таныны. Суд ҡарарына ярашлы, Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы фатир хужаларына ут өсөн иҫәпләүҙе туҡтатырға тейеш. Ә инде подъездарҙы һәм баҫҡыс майҙансыҡтарын яҡтыртыуҙы идарасы компаниялар үҙҙәренең кеҫәһенән түләргә бурыслы.

Бынан тыш, электр энергияһы менән тәьмин итеүсе компания фатир хужаларына әлегә тиклем  законһыҙ йыйылған аҡсаларҙы кире ҡайтарырға тейеш тигән ҡарар ҡабул ителде.  Бер үк ваҡытта  бөгөн Рәсәйҙең энергетика министрлығы  утҡа һалым индерергә йыйыныуы тураһында билдерҙе. Ведомство етәксеһе урынбаҫары  Вячеслав Кравченко фекеренсә, уның хаҡы 20 -нән 100 һумға тиклем булыуы ихтимал. Йәғни ут менән файҙаланмаған осраҡта ла, хужаларға айлыҡ абонент түләргә тура киләсәк. Был сумма электр селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүгә һәм линиялағы аварияларҙы бөтөрөүгә йүнәлтелер тип көтөлә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку