Күп ҡатлы йорттарға капиталь ремонт яһау системаһында тәртип урынлаштырыу мотлаҡ

Күп ҡатлы йорттарға капиталь ремонт яһау системаһында тәртип урынлаштырыу мотлаҡ 01.12.2014

Был турала бөгөн Башҡортостан Президенты ошо йүнәлештәге республика программаһының үтәлешенә арналған ултырышта белдерҙе.

Һуңғы йылдарҙа  күп ҡатлы йорттарҙы төҙөкләндереү торлаҡ-коммуналь  хужалыҡты  үҙгәртеп ҡороу фонды иҫәбенә башҡарылып килде. Башҡортостанда 2008-2013 йылдарҙа ғына  капиталь ремонтҡа  10 миллиард һум  йүнәлтелгән, был аҡса федераль, республика һәм муниципаль ҡаҙнанан бүленгән. Быйыл октябрҙән иһә  халыҡ  төҙөкләндереүгә үҙе аҡса түләй башланы, уның суммаһы һәр фатир өсөн айына яҡынса 200-500 һум. Был аҡсаны төбәк операторы иҫәбенә күсерергә лә, йортта йәшәүселәр менән килешеп, махсус иҫәпкә йыйырға ла мөмкин.  Әммә икенсе ысулды һайлағанда ремонтҡа етерлек аҡсаны туплауға  ун йыл түгел, күберәк ваҡыт китеүе бар, ә төбәк операторы  етмәгән аҡсаны дөйөм ҡаҙнанан үтескә  алып тора ала. Әлегә халыҡтың 97 проценты  төбәк операторына өҫтөнлөк биргән, 3 проценты ғына аҡсаһын йортта йәшәүселәрҙең махсус иҫәбенә  күсеререргә ниәтләй.  Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, күп ҡатлы йортта йәшәүсе фатир хужаларына аңлатыу эштәре насар алып барыла, килешеүҙәр тейешле кимәлдә төҙөлмәгән.  Һуңғы арала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең эшенә  дәғүә белдереп  2 мең кешенең мөрәжәғәт итеүе лә ошо хаҡта һөйләй.  
Республика етәксеһе етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала төҙәтергә ҡушты. Ултырышта билдәләнеүенсә, ремонтҡа тип түләнгән аҡсаның  юғалыуынан ҡурҡырға ярамай,   фатир хужаларының аҡсаһы маҡсатҡа ярашлы файҙаланыласаҡ. Бөгөнгә төбәк операторы республика буйынса күп ҡатлы йорттарҙағы   фатир хужаларына  227 миллион һумлыҡ иғәнәгә  квитанциялар ебәргән,  әммә иҫәпкә  аҡсаның  81 миллион һумы ғына күскән.  Йәғни халыҡтың 35 проценты  ғына капиталь ремонт өсөн   түләүҙе кәрәк  тип тапмаған. Түләмәүселәргә был йылдың 4-се һәм киләһе йылдың 1-се кварталында ғына пеня һалынмай. Сөнки  тәүҙә кешеләргә аңлатыу мотлаҡ. Артабан инде   вайымһыҙ хужаларға пеня ла һалынасаҡ,  административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҙа ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку