Көҙ оҙон килһə, яҙ һуңлар, ти халыҡ һынамышы 02.02.2017

Тәбиғәт күренештәрен күҙәтеү - быуын-быуындан килгән ғәҙәт. Күп йылдар һыналып килгәнгә күрә лә халыҡ һынамыштарының күбеһе ысынға тура килә. Бөгөн, мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарында һәм Канадала йыл һайын байрам ителгән байбаҡ, һыуыр көнө билдәләнә. Яҙ ҡасан килерен океан аръяғында йәшәүселәр йәнлеккә ҡарап билдәләй. Ниндәй ҡылыҡтары аша? Ә беҙҙең ил халҡы яҙ миҙгеле ҡасаныраҡ килерен ниндәй һынамыштарға ҡарап белә?

Бөгөн байбаҡтар иғтибар үҙәгендә. Кимереүсе йәнлектәр үҙҙәренең шәхси байрамын билдәләй. Борондан Көнбайыш Европа халҡы февралдең икенсе көнөндә уларҙың ҡылығына ҡарап, яҙ ҡасан килерен күҙаллаған.

Халыҡ фаразлауы буйынса, көн болотло торһа, йәнлектәр өңөнән сыға, тимәк тиҙҙән яҙ етәсәк. Әгәр ҙә көн ҡояшлы икән, улар үҙҙәренең күләгәһен күреп, өңөнә кире инеп китә. Был осраҡта, яҙ килеүен алты аҙнанан көтөргә ҡала.

Өфө байбаҡтарына ҡарағанда яҙ тиҙ генә килмәйәсәк әле. Улар һаман да көндәр буйы йоҡлауын дауам итә. Йәнлектәр ярма, бесән, борсаҡ менән туҡлана. Зоопарк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, байбаҡтар бик йылғыр хайуандар. Әле уларға ҡарағанда  һыуыҡтарҙы фаразларға мөмкин. Был фекерҙе  метеорологтар ҙа дәлилләй. Республикала алдағы көндәрҙә  һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.

Республика халҡы яҙ етеүен нимәгә ҡарап күҙаллай. Ата-бабалар һөйләгән һынамыш-әйтемдәргә халыҡ ышанамы икән?

Бөгөн Рәсәй зоопарктарындағы байбаҡтар ҙа үҙҙәренең байрамын өңдәрендә, йоҡлап үткәреүҙе хуп күрҙе. Тимәк һыуыҡ ҡыш, бурандар алда әле.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика