Көньяҡ Американы яулаусы яҡташыбыҙ 25.12.2014

Айгөл Сәфиуллина бишенсе йыл инде Аргентинаның үҙ телевизион версияһы булған популяр гәзиттә журналист булып эшләй. Шуға ла был төбәктә йәшәүселәр баҫманы уҡып ҡына ҡалмай, хәл-ваҡиғалар менән телевизор экрандары аша ла таныша.

Испан телен Айгөл Сәфиуллина  Аргентинаға барғас ҡына өйрәнә. Инглиз, немец, португал телдәрендә иркен аралашыуы ҡыҙға Буэнос-Айрес ҡалаһында магистратураны уңышлы тамамларға ярҙам итә. Көньяҡ Америкаға эшкә барыу уйында ла булмаған Айгөл биш йылдың нисек үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
Айгөл сит илдең йолаларына тиҙ өйрәнә. Ул  киң билдәле «Ля насьен», йәғни
«Милләт» тип тәржемәләнгән гәзиттә эшләй. Баҫма беҙҙең «Башҡортостан» гәзитенә ауаздаш. Айгөл башлыса дин, мәғариф өлкәһен яҡтыртҡан  мәҡәләләр яҙа.
Айгөлдөң киләсәккә маҡсаттары юғары. Яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып яңынан-яңы үрҙәр яулау уның теләге. Әле яҡташыбыҙ Яңы йыл байрамдарын туғандары менән ҡаршы алырға әҙерләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика