«Көнгәк» йәштәр мәғариф форумы

«Көнгәк» йәштәр мәғариф форумы 01.04.2015

«Дуҫлыҡ» лагеры базаһында тәүге тапҡыр ойошторолған сарала әүҙем йәштәр, студенттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре йыйылды. Форум дүрт тематик майҙансыҡта эшләне. Улар «Йәш депутат мәктәбе», «Мин спортты һайлайым», «Эшҡыуарлыҡ» һәм Еңеүҙең етмеш йыллығына арналған  «Быуындар йөрәгендә - хәтер һәм ғорурлыҡ» тип исемләнде. Майҙансыҡтарҙа һәр йүнәлеш вәкилдәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашты.

Олег Төхвәтуллин, «Көнгәк» йәштәр мәғариф форумын ойоштороусы: «Форумда республиканың ун ике ҡала-район вәкиле ҡатнашты. Төп маҡсат - әүҙем йәштәрҙе берләштереү, актуаль мәсьәләрҙе хәл итеү, киләсәктә ҡыҙыҡлы тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу».
Бөйөк Еңеүгә бағышланған майҙансыҡта аяуһыҙ һуғыш йылдары геройҙары исемен мәңгелләштереү, ветерандарға ярҙам күрһәтеү буйынса алып барылған эштәр хаҡында һүҙ барҙы, эҙәрмәндәр отрядтарының эш һөҙөмтәләре ҡаралды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика