Көндәрҙең ҡыҫҡа ваҡытҡа һалҡынайыуы көтөлә 10.07.2014

Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала көндәрҙең ҡыҫҡа ваҡытҡа һалҡынайыуы көтөлә.

Иртәгә республика буйынса йәшенле ямғыр яуыуы, көслө ел сығыуы күҙаллана. Һауа температураһы 21 градус йылылыҡҡа тиклем түбәнәйә. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, 12 һәм 13 июлдә һауа температураһы көндөҙ 15-18, төндә 8 градус йылынан күтәрелмәйәсәк. Көндөң шулай уҡ болотло булыуы, кисен ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы фаразлана. Әммә дүшәмбенән Башҡортостан биләмәләренә йәнә йәй әйләнеп ҡайта. 14 июлдә - көндөҙ 26, 15 июлдә - 28 градус йылы була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика