Күмертау авиация производство предприятиеһында хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыуға юл ҡуйылмаясаҡ

Күмертау авиация производство предприятиеһында хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыуға юл ҡуйылмаясаҡ 27.02.2015

Алдан таралған хәбәр буйынса, йәнәһе лә, завод етәкселеге 700 кешене эшһеҙ ҡалдырып, компанияны бөлгөнлөккә төшөрөргә, ә вертолеттар сығарыуҙы Ҡытайға һәм холдингтың башҡа предприятиеһына тапшырырға йыйынған. Әммә имеш-мимештәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Был турала бөгөн Күмертау заводы  ингән  «Рәсәй вертолеттары»  холдингы етәкселеге белдерҙе.  

Күптән түгел тышҡы кредиторҙар тарафынан янаған бөлгөнлөк ҡурҡынысы бөгөн тулыһынса хәл ителде.  «Рәсәй вертолеттары» 2012-2013 йылдарҙа заводтың күп кенә тышҡы йөкләмәләрен үҙ өҫтөнә алды. Ул яҡынса 12 миллиард һумдан ашып китте.  Был предприятиеға займ буйынса түбән процент ставка алырға гарантия бирҙе. Заводта эш хаҡы ваҡытында һәм тулы күләмдә түләнеп килә. Әгәр ҙә Күмертау авиация производство предприятиеһы барлыҡ килешеү йөкләмәләрен дә ғәмәлгә ашырһа, 2015 йылда табыш ике тапҡырға артасаҡ һәм ул 10 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк. Кадрҙар составын оптималләштереүҙе юғары квалификациялы яңы эш урындары иҫәбенә башҡарыу күҙаллана. Ошо маҡсатта кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреү һәм белемдәрен камиллаштырыу программаһы үтәлә. Бының өсөн  «Рәсәй вертолеттары»  маҡсатлы финанслауҙы тәҡдим итергә әҙер. Күмертау заводында хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыу тураһында бер ниндәй ҙә һүҙ алып барылмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку