Күмертау ҡар әсирлегендә 04.02.2016

Һуңғы көндәрҙә күпләп  яуған ҡар ҡалала ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙырған. Социаль селтәрҙәрҙәге фотолар, видеояҙмалар шул хаҡта һөйләй. Уларҙан күренеүенсә, коммуналь хеҙмәттәр юлдарҙы һәм ихаталарҙы таҙартып өлгөрмәй. Ҡайһы бер урамдарҙа хатта, торотуарҙар ҙа күренмәй, улар ҡар аҫтында ҡалған.

«Яңылыҡтар» хеҙмәте телевизор ҡараусылар менән ватсапп аша бәйләнешен дауам итә. Сираттағы видеояҙманы беҙгә Күмертауҙа йәшәүсе егеттәр ебәргән. Унан күренеүенсә, ҡалала хәл бөтөнләй мөшкөл. Коммуналь хеҙмәттәр ҡар менән алышта еңелеп бара. Айырыуса, йәйәүлеләргә ауырға тура килә.
Ҡар әсирлеге тураһында фекер алышыуҙар интернет селтәрендә лә тынмай. «Бәйләнештә» сайтында Күмертау халҡы ҡала властарының тетмәһен тетә, хакимиәт башлығынан мәсьәләне тиҙерәк хәл итеүҙе талап итә. Кешеләр муниципалитетҡа өҙлөкһөҙ шылтыратҡанға, күрәһең, сәркәтиптең дә сабырлығы бөткән.
Ә бына благовещендар коммуналь хеҙмәттәрҙең килеп етерен көтөп тормаған. Хәйер, «ОКА» автомобиле кеүек «ҡеүәтле» техника булғанда ситтән ярҙам көтөү яҙыҡ. Яһалма мини-трактор һә тигәнсе тыҡрыҡты таҙалап та ҡуя. Бәлки, коммуналь хеҙмәттәргә лә ошондай етеҙ һәм яғыулыҡты әҙ ашаусы техникаға күсергә кәрәктер? «Яңылыҡтар» ватсапына килгән киләһе видеояҙманы «Тиҙ ярҙамға ла ярҙам кәрәк!» тип атарға мөмкин. Бында бер нисә уҙаман Өфө медиктарына тауға менергә ярҙам итә. Ваҡиға Дыуан бульвары урамында теркәлгән.
Юлдар ғына түгел, ҡыйыҡтар тураһында ла оноторға ярамай. Көндәр бер аҙ йылытыу менән улар етди хәүеф сығанағына әйләнә. Өфөлә мәҫәлән, бер нисә автомобиль өҫтөнә боҙ төшкән. Әле зыян күргән машина хужалары ғәйеплеләрҙе эҙләй, ә ҡала ҡыйыҡтарында эш ҡыҙа.
Синоптиктар алдағы көндәр ҙә яуым-төшөмгә бай буласаҡ тип фаразлай. Шуға ла коммуналь хеҙмәттәргә көсөргәнешле режимда эшләргә тура киләсәк. Шул уҡ ваҡытта һәр кем торлаҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға килә ала.Ҡулға көрәк тотоп урамға сығыу талап ителмәй, юл ситендә махсус техникаға ҡамасаулаған автомобилдәрҙе ситкә алып ҡуйыу ҙа етә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика