Күмертау ҡалаһында «Еңеү Салюты» фестивале үтте 28.02.2015

Сарала республиканың алты ҡала-районы ҡатнашты. Байрам концерты алдынан мәңгелек ут  һаҡланған  капсула тапшырылды. Марафонды ҡабул итеүҙә Күмертау ҡала советы ветерандары, йәмәғәт ойошмалары, уҡыусылар, республиканың мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡ ижады  үҙәге ҡатнашты.

Капсула артабан Нефтекама ҡалаһына тапшырылды. Митингта ҡатнашыусылар  яу ҡырында ятып ҡалыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, Хәрби һәм Хеҙмәт Даны һәйкәленә  сәскәләр һалды.  Артабан байрам сараһын   театрлаштырылған тамаша дауам итте. Райондарҙан килгән коллективтар сығыш яһаны. Марафонда ҡатнашыусы райондар  хәрби темаға бағышланған үҙенсәлекле экспозиция ла  әҙерләгән. Шулай уҡ  Күмертау музейында һаҡланған Бөйөк Ватан һуғышы ҡомартҡыларынан,  район геройҙары фотоһүрәттәренән күргәҙмә ойошторолдо.  
Светлана Кондратьева, балалар хореографияһы мәктәбе директоры: «Бейеүселәребеҙ һәр ваҡыт ҙур  яуаплылыҡ тойоп  сығыш яһай. Бөгөн бигерәк тә. Сөнки уларға  республика кимәлендә баһа бирелә.  Тамашаға алты  номер әҙерләнек».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика