Күмәкләгән - яу ҡайтарған

Күмәкләгән - яу ҡайтарған 15.08.2014

Ауылдарҙа мәктәптәр ябылыуы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Белем усағы булмаһа, ауыл бөтә тигән ҡәтғи фекер борсой йәмәғәтселекте. Мәсьәлә Туймазы районының Соҡаҙыбаш ауылы халҡын да урап үтмәй, уҡыусылар һаны аҙ булыу сәбәпле, урта  мәктәпте ябырға тигән ҡарар сығарыла. Ләкин урындағы халыҡтың берҙәм булыуы быға юл ҡуймай.

Йәйге каникул булыуға ҡарамаҫтан ауыл мәктәбе  буш тормай. Эш урындарын тәртипкә килтереүсе уҡытыусыларҙан тыш белем усағынан уҡыусыларҙың да юлы өҙөлмәй. Яңы уҡыу йылын улар түҙемһеҙлек менән көтә.
Азамат шиғри күңелле. Быға тиклем балалар йортонда тәрбиәләнгән малай, быйыл икенсе синыфҡа күсә. Дуҫтары кеүек үк ул да мәктәпте һағынған.
Соҡаҙыбаш ауылы мәктәбен үҙенә күрә уникаль тип әйтергә мөмкин. Бында белем алыусы 56 баланың 29-ы уллыҡа алынған. Тап ошо мәрхәмәтлек  арҡаһында  белем усағы  ябылмай ҡала ла инде. Иң мөһиме етем балалар ғаиләлә тәрбиәләнә.
Роза менән Айҙар Ғәлиуллиндар ике балаһы ла үҫеп еткәс йөрәк йылыһын етемдәргә бүләк итергә ҡарар итә. Ғаилә  тейешле документтар туплап, балалар йортонан бер туған Аделина менән Данилды алып ҡайта. Балалар бик илгәҙәк, уртаҡ телде тиҙ таптыҡ, тип һөйөнә Ғәлиуллиндар.
Аделина һүрәт төшөрөргә ярата. Уның рәсемдәре йыш ҡына төрлө кимәл конкурстарҙа иң яҡшыһы тип таныла. Ҡустыһы Данил да апаһынан ҡалышмаҫҡа тырыша. Беҙгә тиҙ өйрәнделәр, тыңлаусандар, тип билдәләй ғаилә башлығы.  
Тап ошондай киң күңелле, мәрхәмәтле ғаиләләр арҡаһында Туймазыла балалар йорто юҡ. Шуға ла етемдәрҙе тәрбиәләргә теләүселәр балаларҙы күрше төбәктәрҙән барып ала. Уларға үгәй ата-әсәләр һис тә йөрәк йылыһын, көсөн йәлләмәй. Мәҫәлән, алты етем бала тәрбиәләүсе Шушуновтар Республика патронат ғаиләләр араһында уҙғарылған конкурста былтыр беренсе урын яулаған.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку