Күл буйындағы фатир, йәки оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөш 21.07.2016

2012 йылда  күптәр сағыу рекламаға  ышанып Алексеевка ҡасабаһында төҙөлә башлаған йорттан фатир  һатып ала. Эштәрҙең  әүҙем алып барылыуына хужалар иң тәүҙә ҡыуанып бөтә алмай.  Әммә уҙған йылдың йәйәндә үк файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булған йортҡа ғаиләләр әле һаман күсә алмай. Бының сәбәбен улар төҙөүсе ойошманың үҙ бурыстарын ваҡытында үтәмәһе менән аңлата.

Фатир хужаларының барлыҡ инстанцияларға ла яр һалыуын   аңлауы ҡыйын түгел. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәләр ҙә, уларҙың проблемаһы хәл ителергә уйламай. Бынан бер нисә йыл элек бик күп кенә ғаиләләр Алексеевка ҡасабаһында төҙөлә башлаған йорттан фатирҙар һатып ала. Килешеү буйынса, ул 2015 йылдың июнендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш була. Әммә байтаҡ ваҡыт үтһә лә боҙ урынан ҡуҙғалмай.  

Торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусылар араһында ололар ҙа, йәш ғаиләләр ҙә күп.  Изге хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн уларға ипотека алырға, әсәлек капиталы сертификаттарын ҡулланырға тура килгән. Әлеге ваҡытҡа иһә йорт 90 процентҡа әҙер тип әйтергә мөмкин. Бар проблема каналазация торбаларына барып төртөлә.

Күп ҡатлы йортта әле барлыҡ фатирҙар ҙа һатылған. Шуға ла торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусылар һаны меңгә яҡынлаша.  Проблема менән урындағы хакимиәт башлығы ла таныш. Ул халыҡты борсоған мәсьәлә көҙгөлөккә хәл ителәсәк тигән фекерҙә. Был һүҙҙәрҙе төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре лә ҡеүәтләй.  

Фатирҙарына ваҡытында күсә алмаған хужалар әлеге ваҡытта судтарға мөрәжәғәт итә башлаған. Сөнки уларҙың күбеһе бөгөн дә кеше фатирҙарына түләп йәшәргә мәжбүр. Юристар фекеренсә, был осраҡта  граждандарҙың хоҡуҡтары боҙолған. Шуға ла улар компенсацияға дәғүә итә ала.  

Фатир хужалары йорттоң сентябрҙә лә файҙаланыуға тапшырылысағына ышанмай. Сөнки әлегә тиклем уларҙы   буш вәғәҙәләр менән дүрт тапҡыр кәкре ҡайынға терәткәндер. Хәйер сентябргә тиклем дә ваҡыт күп ҡалманы.  Хужалар сираттағы тапҡыр проблеманың ыңғай хәл ителәсәгенә өмөтөн өҙмәй.    


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика