Күккә осҡан миллиондар йәки алданған өлөшсөләр мәсьәләһе

Күккә осҡан миллиондар йәки алданған өлөшсөләр мәсьәләһе 16.03.2015

Башҡортостанда әлегә 13 проблемалы объект бар. Быйыл уларҙың өсәүһен файҙаланыуға тапшырыу, 694 кешегә фатир биреү планлаштырыла. Тиҙҙән Өфөнөң Баҡалы урамында 2006-2007 йылдарҙа төҙөлә башлаған  25 ҡатлы ике мөһабәт йорт та хужаларына ишектәрен асасаҡ.

Баш ҡаланың Баҡалы урамында урынлашҡан 6-сы, 7-cе йорттар ниһәйәт файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Әле эшселәр йортта канализация торбаларын ҡаплау, биләмәне йыйыштырыу, электр-монтаж эштәре менән мәшғүл. Торлаҡ тулыһынса фатир хужалары менән алдан килешелгән проект буйынса төҙөлгән, заман талаптарына яуап бирә.
Был квадрат метрҙар өсөн көсөргәнешле көрәш  барҙы. Шәхси компанияға ышанып, аҡсаһыҙ, фатирһыҙ ҡалған кешеләр аслыҡ та иғлан итте, митингтар ҙа ойошторолдо. Республика башлығы был мәсьәләне күҙәтеү аҫтына алғас ҡына, эш алға китте. Былтыр декабрь айында Рөстәм Хәмитов журналистар менән осрашыуында  мәсьәләнең  уңышлы хәл ителәсәген белдерҙе.  
Подвал - йорттоң йөрәге. Бында йылылыҡ пункты, насос ҡорамалдары, электр-щит бинаһы урынлашҡан. Шулай уҡ 25 ҡатлы йортта янғын хәүефһеҙлеге буйынса бар талаптар юғары кимәлдә башҡарылған, ти эшселәр.
Сергей Большой, Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө фондының капиталь төҙөлөш дирекцияһы вәкиле: «Әлегә йорттарҙы идарасы компанияға тапшырыу бара. Улар фатир хужаларын йортҡа күсерергә тейеш. Уға тиклем торлаҡта барлыҡ етешһеҙлектәр ҙә бөтөрөләсәк».
Ихата алдарын тәртипкә килтереү өсөн дә, әлбиттә, ваҡыт кәрәк. Тиҙҙән бында асфальт түшәү, тротуар һалыу, парковка урындарын булдырыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә эш алып барыласаҡ. Фатир асҡыстарын йәйгә тапшырыу күҙаллана.
Алданған өлөшсөләр статистикаһы ҡыуандырмай. Башҡортостанда әлегә уларҙың һаны меңдән ашыу. Күптәрҙе башта фатирҙарға ҡуйылған осһоҙ хаҡтар, өлөшләтә түләү ҡыҙыҡһындырһа, юридик яҡтан белемһеҙлек тә - мутлашыусылар ҡармағына эләгеүҙең төп сәбәптәренең береһе.  
Белгестәр билдәләүенсә, финанс көрсөк осоронда күсемһеҙ милектә аҡса эшләргә теләүселәр арта ғына. Шуға, документтар тултырғанда, килешеүҙәр төҙөгәндә иғтибарлы булыу кәңәш ителә.
«Башстрой» компанияһы ла тап закондарҙы белмәгән граждандарҙы алдап байырға теләгәйне. Радик Ҡайғолов етәкләгән ойошма Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районының Лазурный микрорайонында фатирҙар һата. Стәрлетамаҡ ҡалаһында фатир алыусыларға урындағы хакимиәт ярҙам итә. Йорт инвестор ярҙамында төҙөлә. Ә ҡалғандар әлегә торлаҡ өсөн көрәшен дауам итергә мәжбүр.
Күптәр өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу тураһында килешеү төҙөгән дә бит, ләкин алданыусылар араһында ялған килешеүҙәргә ҡул ҡуйыусылар ҙа бар. Был документ бер ниндәй ҙә гарантия бирмәй, төҙөлөшкә рөхсәт тә, экспертиза ла юҡ. Тимәк, алданыусыларҙың һуңғы өмөтө лә аҡланмауы ихтимал.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика