Күгәрсен районының Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәһендә йәшәүсе оло йәштәгеләргә сағыу байрам ойошторолдо

Күгәрсен районының Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәһендә йәшәүсе оло йәштәгеләргә сағыу байрам ойошторолдо 01.10.2014

Сара күрше ауылдарҙа йәшәүсе йөҙгә яҡын хаҡлы ялдағыларҙы берләштерҙе. Тантанала берәү ҙә иғтибарһыҙ ҡалманы. Оло быуын вәкилдәре өсөн концерт, төрлө уйындар уҙғарылды.

Оло йәштәгеләрҙең дәрте һүнмәгән. Тормош ауырлыҡтары аша үтеп сынығыу алған ветерандар - бөгөнгө байрамдың ҡәҙерле ҡунаҡтары. Хаҡлы ялдағылар көнөндә уҙғарылған сара һәр кемдең йөҙөнә йылмайыу, күңеленә йылылыҡ өҫтәне.

Түбәнге Бикҡужа ауыл биләмәһендә йөҙҙән ашыу оло быуын вәкиле иҫәпләнә. Улар араһында 90-дан ашҡан ағинәйҙәр ҙә бар. Байрам табыны артына ғүмер буйы әхирәт, бер-береһенә терәк булған оло быуын вәкилдәре йыйылған. Тормош, үткәндәр, ейән-ейәнсәрҙәр һәм бүләсәрҙәре тураһында һөйләшергә ярата улар. Иң олоһо - Маһинур Миңтулова. Ағинәйҙе әхирәттәре «тере тарих» тип йөрөтә. Ауылдың тарихын да, халҡын да яҡшы хәтерләй ул.

Маһира Рафиҡова ла оло ихтирамға лайыҡ. Ул ярты быуаттан ашыу уҡытыусы булып эшләй. Эшемде яраттым, иң мөһиме - тыуған ауылыма ҡайттым, ти ағинәй.

Оло йәштәгеләрҙең һәр береһе илгә именлек теләй. Ғүмер көҙөн тыныс тормошта, тыуған нигеҙҙә уҙғарыуҙан да олораҡ бәхет юҡ, ти улар.

Һәр кемгә үҙенең тыуған яғы, тыуған өйө ҡәҙерле. Олоғайған һайын был хис көсәйә бара, ти оло быуын вәкилдәре. Олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәрҙең хәлен белеп тороу - һәр кемдең оло бурысы. Байрамда ғына түгел, ябай көндәрҙә лә оло йәштәгеләрҙе онотмайыҡ.

Аймара Рәхимова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку