Күгәрсен районының Үрге Мөрсәләй ауылында йәшәүселәр мәсетте лә үҙ көстәре менән төҙөй 04.10.2014

Күгәрсен районының Үрге Мөрсәләй ауылында йәшәүселәр өсөн был һүҙҙәр тормош девизына әүерелгән.  

Һуңғы ваҡытта улар бар эштәрҙе лә, шулай уҡ  мәсетте лә үҙ көстәре менән төҙөй. Ауылға иман ҡайтарыуҙы халыҡ төп бурыстарҙың береһе тип иҫәпләй. Сөнки кешеләрҙе дингә баҫтырыу, йәштәргә рухи тәрбиә биреү төбәккә  яңы үҫеш юлына баҫырға ярҙам итер ине, ти Үрге Мөрсәләйҙәр.  Мәсеткә нигеҙ бер йыл самаһы элек һалынған. Бөгөнгә уның стеналары күтәрелгән,  манара урынлаштырылған. Йортто сафҡа индереү өсөн Үрге Мөрсәләй ауылында тыуып үҫеп, әле сит тарафтарҙа йәшәүселәр ҙә ҙур өлөш индерә. Айырыуса Себер тарафтарында эшләп йөрөүсе яҡташтар изге эштән ситтә ҡалмай, ти  Күгәрсен ауылы биләмәһе советы депутаты Азамат Әхмәтйән улы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика