Күгәрсен районының Ҡанаҡас ауылында йәшәүсе Фирҙәүес менән Рафиҡ Әбделмәновтар алтын туйҙарын билдәләне 27.01.2015

Ошо уңайҙан бәхетле парға Башҡортостан башлығы  Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауы, бүләктәр тапшырылды.

Рафик Йосоп улы менән Фирҙәүес Абдулғәли ҡыҙы ауылдың хөрмәтле кешеләре. Улар ғүмер буйы колхоз эше өсөн янып йәшәй,  биш бала үҫтерә. Бер-береһенә һәр ваҡыт яғымлы ҡараш, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп йәшәү бөтә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә.
Әбделмәновтар бер-береһенән, яратып башҡарған эштәренән һәм балаларынан да уңған. Биш  бала араһында берҙән-бер улдары атай нигеҙен  ташламай, ошонда ғаилә ҡорған. Йәш ғаилә һәм ата-әсәләре бер-береһенә терәк-таяныс булып, гөрләшеп донъя көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика