Күгәрсен районында суд приставтары федераль хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының күнекмәләре үтте

Күгәрсен районында суд приставтары федераль хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының күнекмәләре үтте 12.07.2014

Улар эске эштәр органдары һәм янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уҙғарылды.

Бындай төр күләмле уҡыуҙар  республикала тәүге тапҡыр уҙғарыла, тип белдерҙе  суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығы етәксеһе Зариф Байғускаров. Шуға ла унда суп приставтарынан тыш төрлө райондарҙан килгән судьялар ҙа ҡатнашты.
Уҡыуҙар барышында мәхкәмә бинаһында төрлө хәүефле хәлдәргә ҡаршы сара күреү алымдары өйрәнелде. Мәҫәлән, залда хөкөмгә тарттырылыусының дуҫтары судьяға ҡаршы сыға, тауыш күтәрә. Суд приставтары быға юл ҡуймай, тәртип боҙоусыларҙы тиҙ арала ҡулға алып уларҙы полицияға тапшыра. Шулай уҡ, тағы бер йыш осрай торған хәл,  бина эсендә  таныш булмаған муҡса табыла, уның хужаһы билдәһеҙ булып сыға. Суд приставтары ҡыҫҡа ваҡыт эсендә биналағы кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға эвакуациялауҙы ойоштора полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырта. Улар үҙ сиратында шартлатҡысты зарарһыҙландыра. Тиҙ арала килеп еткән янғын һүндереүселәр ут сығыу ихтималлығын иҫкәртә.  Күнекмәләрҙе артабан республиканың башҡа төбәктәрендә лә уҙғарыу планлаштырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика