Күгәрсен районында «Иң яҡшы урам» конкурсы иғлан ителеү менән Яңы йыл алдынан ауыл халҡы дәртләнеп ихата алдарын матурлай башлаған

Күгәрсен районында «Иң яҡшы урам» конкурсы иғлан ителеү менән Яңы йыл алдынан ауыл халҡы дәртләнеп ихата алдарын матурлай башлаған 29.12.2015

Шулай ҙа Сирбайҙан Дауытовтар ғаиләһенә етеүселәр юҡтыр. Улар ҡарҙан матур һындар яһаған. Боҙ шыршы тирәләй хәҙер әйлән-бәйлән уйнарға мөмкин, ә бына бөгөн баш ҡала үҙәгендә ҡуйылған ҡорос шыршы Башҡортостандың «ҡара алтынына» арналған.

Гөлназ ҡарҙан әүәләнгән акуланы һепергән арала, еҙнәһе яңы һынды - киләһе йыл хужаһы Маймылды төрлө төҫтәргә буяу менән мәжбүр. Ҡарһылыу, Ҡыш бабай инде күптән әҙер, шыршыға гирлянда ла ҡуйылған. Төндә ул тағы ла сағыуыраҡ яна. Механизатор булып эшләүсе Азат Дауытов буш ваҡыт табып балаларҙың  күңелен күрергә лә өлгөрә.
Йорт алдын шулай уҡ йәнһүрәт геройҙары ла биҙәй. Азат Дауытов башта интернетта уларҙың һүрәттәрен өйрәнә. Әйткәндәй, автор бар һындарҙы ла балдыҙҙарының махсус заказы буйынса эшләй. авторҙың бер нисә ауыл буйынса ойошторолған «Иң яҡшы ихата» конкурсында еңеү яулауына ышаныс ҙур.
Ә бына өфөләр яңы арт-объектҡа ҡыуана. Шыршы формаһында эшләнгән инсталляция Башҡортостандың «ҡара алтынына», ғөмүмән, тәбиғәт байлыҡтарына арналған. Әйткәндәй, төп материал итеп бында тутыҡмай торған ҡорос торбалар ҡулланылған.
Дмитрий Левашев, «Шыршы»ның авторҙашы: «Был инсталляция башҡорт нефте символы тип әйтер инем. Республика өсөн "ҡара алтын" - сәнәғәт, иҡтисад үҫешенә ҙур йоғонто яһай.  Әйткәндәй, бында беҙ интерактивлыҡ ҡулландыҡ. Теләгән һәр кем вентилде бороп, торбалар менән идара итеп ҡарай ала».  
Авторҙар нефть шыршыһы өҫтөндә бер ай тирәһе ваҡыт эшләй. "Башҡортостан халҡы муллыҡта йәшәһен өсөн ҡеүәтле сәнәғәт кәрәк",-ти улар. Әйткәндәй, яңы арт-объект янынан халыҡ өҙөлмәне. Барыһын да уның стандарт булмаған ҡоролошо ҡыҙыҡһындырҙы.
Яңы арт-объект Баҡалы урамында урынлашҡан. Авторҙар уға күберәк иғтибар йәлеп итеү маҡсатында фото конкурсын иғлан иткән дә инде. Еңеүселәр ай һайын билдәләнәсәк.
Ҡорос шыршы Яңы йыл биҙәге генә түгел, ә теләк теләү ағасы булараҡ та барыһын да үҙенә ылыҡтырып торасаҡ тип күҙаллай авторҙар. Әленән үк туҡыма, ҡағыҙ киҫәктәренең эленеп ҡуйылыуы юҡтан түгел. Байрам алдынан барыһы ла мөғжизә көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку