Күгәрсен районы үҙәге - Мораҡ ауылында боҙ ҡаласығы асылды

Күгәрсен районы үҙәге - Мораҡ ауылында боҙ ҡаласығы асылды 26.12.2014

Уны биҙәүгә ижадсылар быйыл да күп көс һалған. Үҙәк майҙан уртаһындағы ҡупшы шыршыны  Яңы йыл байрамының төп геройҙары - Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, йылдың төп символы - Һарыҡтың боҙҙан эшләнгән һындары һаҡлай. Байрам көндө ҡаласыҡ балаларҙың шат тауыштарына күмелде.

Майҙанға яратҡан әкиәт  геройҙары, райондың барлыҡ ауылдарынан  Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар йыйылды. Яңы йыл парады олоһона ла кесеһенә күңел күтәренкелеге, байрам кәйефе өҫтәне. Ошо уҡ көндө район мәҙәниәт йортонда Яңы йыл лотереяһы уйнатылды.  Алдан һатылған ике меңгә яҡын лотереяға башлыса көнкүреш техникаһы уйнатылды. Уңыш 163 кешегә йылмайҙы. Ә Мораҡта йәшәүсе Ратмир Сәфиуллин өсөн ике билеты ла бәхетле булып сыҡты.  Ул бер юлы ике мультиварка отто.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку