Көҙгө боҙ нисек кенә көҙгөләй ялтырамаһын, хәүеф менән янай

Көҙгө боҙ нисек кенә көҙгөләй ялтырамаһын, хәүеф менән янай 18.11.2015

Башҡортостандан ике балыҡсы Татарстан ҡаранын яулайым тип, һыу аҫтында ҡала. Ир-егеттәрҙең кәүҙәләре Йотазы районы Исмәт ауылы янындағы күлдә табыла. Бәләгә боҙҙоң йоҡа булыуы сәбәпсе. Күңелһеҙ хәлгә нисек тарымаҫҡа?!

Боҙ өҫтөндә велосипедта йөрөү, бәлки, кем өсөндөр батырлыҡ кеүектер. Әммә ноябрь боҙо бер кемде лә аямай. Һыуға сумып ҡына сығып ҡотолһаң бер, һәләк булыу хәүефе юғары. Был егетте ҡотҡарам тип, дуҫтары янына ашыға, әммә үҙҙәре лә бата башлай. Хәйер, барыһы ла уңышлы тамамлана. Нефтекама ҡалаһы күлдәренең береһендә лә «боҙға сығыу тыйыла» тигән яҙыуҙы үҫмерҙәр һанға һуҡмай. Берәүҙәр бында сәкән һуғыуҙы үҙ итһә, икенселәр конькиҙа шыуып кинәнә. Был дыуамаллыҡты бигерәк тә эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр ҡурҡып күҙәтә. Ата-әсәләре бәлә хаҡында иҫкәртмәгәнме икән тип борсола улар.
Тик әлегә боҙҙоң ни тиклем йоҡа булыуын кескәйҙәр генә түгел, хатта, оло йәштәгеләр ҙә онотоп ебәрә. Туймазынан 66 һәм 68 йәшлек уҙамандар ҙа балыҡ тотам тип Татарстанға юллана. Әммә ял фажиғәле тамамлана. Уларҙы ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр.
Ә бит боҙҙоң ҡалынлығы ун сантиметрҙан да йоҡа булған урындар хәүефле тип һанала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иҫкәртеүҙе бигерәк тә балыҡсылар ҡолаҡ һалмай. Экстремаль шарттарҙа табыш артынан ҡыуыу күптәр өсөн ҡомарлы, күрәһең. Шуға белгестәр урындарҙа иҫкәртеү сараларын даими уҙғара.
Был күлдә балыҡсыларҙы осратманыҡ. Шулай ҙа таштарға ҡарағанда бында килеүселәр күп булыуы көн кеүек асыҡ. Көҙгө боҙға улар ҙа шикләнеп ҡарай, күрәһең.
Яратҡан шөғөл бәләгә әйләнмәһен өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты уяу булырға, хәүефһеҙлек сараларын инҡар итмәҫкә саҡыра. Балыҡ ҡармаҡлау бер, кире әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку