Күңелле һәм файҙалы каникул 29.07.2015

Мәсетле районының Йәштәр үҙәге белгестәре урындағы мәктәп уҡыусыларын өс көнлөк походҡа алып сыҡҡан. Төп маҡсат - үҫмерҙәрҙе сыныҡтырыу, уларҙың сәләмәтлеген нығытыу.

Тормош тырыштарға һәм  уңғандарға йылмая. Быны Мәсетле районы үҫмерҙәре яҡшы аңлай. Йыр-моң, спорт һөйөүселәр йәйге каникулдарын ҡыҙыҡлы үткәрә.  Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ситтәрәк палаткалар урынлаштырған. Өс көнгә иҫәпләнгән лагерҙа көндәр бер аҙ һыуытһа ла, өшөп ултырырға ваҡыт юҡ.  Башта иртәнге физик күнекмәләр, артабан төрлө спорт ярыштары, уйындар үткәрелә.

Үҫмерҙәрҙең көн тәртибе, ысынлап та,  бай һәм мауыҡтырғыс. Улар, тәү сиратта, тәбиғәт шарттарында яраҡлашырға өйрәнә, лидерлыҡ сифаттарын да арттыра. Бының өсөн төрлө тренинг уйындары ойошторола. Лагерҙа барлығы 20 уҡыусы ял итә, күбеһе Оло Ыҡтамаҡ ауылынан. Яңы дуҫтар, яңы танышлыҡтар аралашыу даирәһен киңәйтеү өсөн мөһим.

Вожатый Гөлмәрйәм Ханхарова үҫмерҙәргә төрлө уйындар ойоштора. Әйтәйек, "ике командаға бүленеп эстафетала ҡатнашыу, бигерәк тә ҡулға-ҡул тотоноп йүгереү уларҙы берҙәмлеккә өйрәтә," - ти ул. Бында бер-береңә хәбәр итеп ярышырға кәрәк.

Мәтрүшкәле, хуш еҫле самауыр сәйе, балдан бында бер кем дә баш тартмай. Тәбиғәт ҡосағында сәләмәтлекте нығытырға кәрәк! Ҙур ҡаҙанда бешерелгән ашт, былау ҙа күпкә тәмлерәк кеүек.  

Тәмле аштан һуң уйын-көлкө дауам итә. Үҫмерҙәр арыу-талыу белмәй үҙ-ара ярыша, көс һынаша. Бында еңелеүселәр юҡ. Лагерҙа көн дауамында шатлыҡ тауыштары ишетелә.

Гитара барҙа, походтар ҙа күңелле үтә! Һәр кис ҡыҙҙар һәм малайҙар усаҡ тирәләй йыйыла, бында күңелле йырҙар яңғырай, шулай уҡ ҡыҙыҡлы, мәрәкә хәлдәр менән дә уртаҡлашырға була. Тәбиғәт ҡосағында ял итеү - үҙе бер бәхет, ти үҫмерҙәр.

Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика