Күңелле ғаилә ялы урынына - баш бәләһе 18.09.2015

Мысырҙан Өфөгә  инфекция ауырыуы билдәләре менән бер йәшлек бала ҡайтарылды. Сабый шунда уҡ Өфөнөң 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына һалынды. Табиптар малайҙың хәле яҡшырыуы хаҡында хәбәр итә.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрь башында Сәлимхановтар ғаиләһе юллама менән диңгеҙ буйына ял итергә китә. Әммә бер нисә көндән улдары үҙен насар тоя башлай. Сабыйҙың хәле ҡатмарлашҡас, хафаға төшкән ата-әсә республика етәкселегенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ярҙамы  менән бала Хургадалағы дауаханаға урынлаштырыла. Ғаиләне республикаға ҡайтарыу буйынса саралар күрелә.

Диңгеҙ буйында ял итеү хаҡында һәр кем хыяллана. Өфөнән Сәлимхановтар ҙа аҡса йыйып, улдарының бер йәшен сит илдә ҡаршыларға юллана. 7 сентябрҙә улар Мысырҙың Хургада ҡалаһында урынлаша. Шатлыҡ ҡына оҙаҡҡа һуҙылмай. Бер нисә көндән малай сирләй башлай.
Кескәй Арыҫлан хәлһеҙләнә, уҡшыу өйәнәге барлыҡҡа килә. Йүнләп ашамай ҙа, хәрәкәт тә итмәй... Ҡурҡҡан ата-әсә урындағы табиптарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Тегеләре сабыйҙы, хатта ҡарауҙан да баш тарта.
Арыҫландың яҡындары илап-һыҡтап, әллә күпме күҙ йәштәрен түгеп, Мысырҙың госпиталенә сабыйҙы һалыуға өлгәшә. Ләкин унда ла малайға ярҙам итә алмайҙар. Дауалауҙа глюкоза менән тоҙ иретмәһен генә тәҡдим итәләр.
Ата-әсә бер секундҡа ла өмөтөн өҙмәй, яҡшыға ышана. Өфөләге дуҫтарына шылтыратҡас, тегеләре Башҡортостан етәкселегенә мөрәжәғәт итә. Төбәк башлығы ярҙамы менән малай икенсе махсуслаштырылған клиникаға күсерелә.
Милана Скоробогатова, Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле:  «Шунда уҡ эш башланды. Һөйләшеүҙәр алып барғандан һуң, иртәгәһенә баланы әсәһе менән башҡа медицина учреждениеһына урынлаштырҙылар. Тәүлек ярым ваҡыт эсендә сабыйҙың хәле яҡшыра. Һәм уны Рәсәйгә алып ҡайтыу мәсьәләһе ҡарала».
Ниһайәт, ғаилә Өфөгә ҡайта. «Тиҙ ярҙам» машинаһында малай әсәһе менән 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына оҙатыла. Арыҫландың исеме есеменә тап килә, ти табиптар. Баланың сәләмәтлегендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика