Күңел йылыһы

Күңел йылыһы 23.12.2014

«Юлдаш» радиоканалы ойошторған хәйриә акцияһы шулай атала. Был юлы радиотыңлаусылар «Аҡбуҙат» психоневрология балалар шифаханаһында дауаланаусы, Шишмә балалар приютында һәм Учалы балалар йортонда тәрбиәләнеүсе балаларға ярҙам итте.

Ҡыш бабай, моңло йырҙар, төрлө бүләктәр – «Аҡбуҙат»  балалар шифаханаһында дауаланаусы балалар өсөн был ысынлап та, күңел байрамы булды. Уға «Юлдаш» радиоканалы хеҙмәткәрҙәре һәм тыңлаусыларының күңел йылыһы һалынған.
Өсөнсө йыл уҙғарылған акция быйыл үҙенең даирәһен киңәйткән - күстәнәстәр Учалы балалар йортонда һәм Шишмә приютында тәрбиәләнеүселәрҙе лә ҡыуандырҙы.
Хәйриә акцияһында ҡатнашыусылар йылдан-йыл әүҙемләшә, мәҫәлән, Хәйбулла районында йыйылған ҡул эштәре ошо райондың балалар йортона ебәреләсәк. Шулай итеп «Юлдаш» радиоһы ойошторған «Күңел йылыһы» акцияһы мохтаж балаларға ярҙам итеп кенә ҡалмай, мәрхәмәтлек идеяһын да пропагандалай.
Гөлназ Яҡупова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика