Күңелһеҙ хәлгә тарығың килмәһә, бурысыңды ваҡытында түлә!

Күңелһеҙ хәлгә тарығың килмәһә, бурысыңды ваҡытында түлә! 25.05.2015

Бөгөн баш ҡала үҙәгендә суд приставтары өсөн бер миллион һумға бурысҡа батҡан ханымдың машинаһын арестҡа алырға теләү фажиғәле тамамлана.

Был кадрҙар осраҡлы рәүештә беҙҙең ижади төркөмдөң видеотеркәү ҡоролмаһына төшөрөлдө. Сәғәт көндөҙгө дүрттәр тирәһендә рулдәге ҡатын ике суд приставын төкөп, береһен машина капотына эләктереп алып китә. Автомобиль өҫтөндә килеш ул 700 метр самаһы юл үтә.
Ваҡиға шаһиты: «Беҙ эштә инек. Ҡуҙғалып киткән машинаға боролоп ҡараһаҡ, капот өҫтөндә ятҡан егет тәҙрәне ярырға маташа. Ә рулдәге ҡатын бер нимәгә лә иғтибар итмәй, ҡыҙыл светофорға үтеп артабан китте».
Тәртип боҙоусыны тиҙ арала ҡулға алырға шаһиттар ярҙам итә. Ул ваҡиға урынынан бер-нисә квартал аша юлды ҡаплағас тотола. Ләкин ул автомобиленән сығырға ашыҡмай, бикләнгән килеш бер сәғәт тирәһе ултыра. Һуңынан үҙе тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртып дауаханаға китә. Билдәле булыуынса, рулгә бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе 1985 йылғы ҡатын идара иткән.
Асыҡланыуынса, суд приставтары ҡатындың банктарға булған бурысын ҡаплау өсөн автомобилен арестҡа алырға иткән. Күрәһең, бер миллион һум бирәсәген ул ҡапларға ашыҡмаған. Әлеге ваҡытта, зыян күреүселәр табип күҙәтеүе аҫтында. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Ә инде рулдәге ханыма ҡарата ейәнәт эше ҡуҙғатылыуы ихтимал.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку