Ижад һөйөүселәр ун өс йәшлек Саша Ҡорамшинаға ярҙам итә ала 05.03.2015

Ҡыҙ ауыр хәлдә - ул операциянан һуң нәҙек эсәктең ҡыҫҡарыу синдромы менән яфалана.  

Һуңғы алты йылда фәҡәт дарыуҙар һәм махсус диета ярҙамында ғына йәшәй. Дауахана яҡында булһын өсөн ата-әсәһе, хатта, Өфөнән Мәскәүгә күсенгән. «Мәрхәмәт» һәм «Ғүмер бүләк ит» фондтары ҡыҙға ярҙам итеү маҡсатында  Мәскәү ҡалаһында Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге бинаһында күргәҙмә ойошторған.  Акция сиктәрендә рәссам Раушания Бәҙретдинованың картиналарын һатып алырға мөмкин. Йыйылған сумма ҡыҙҙы дауалауға китәсәк.
Ксения Афанасьева, «Мәрхәмәт» фондының мәрхәмәт программалары етәксеһе: «Раушания беҙҙең фондҡа килеп, ярҙам итергә теләген белдергәйне. Беҙ ризалаштыҡ. Сашаға 200 мең һумлыҡ дауалау курсы үтергә кәрәк. Ғаилә матди яҡтан ҡытлыҡ кисерә. Битараф булмаған кешеләрҙе 17 мартҡа тиклем был акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ».
Картинаны рәссамдың сайтында ла һайларға мөмкин. Раушаниә Бәҙретдинова үҙенең эштәрендә изгелек һәм яуызлыҡ көрәшен, ир һәм ҡатын араһындағы мөнәсәбәтте сағылдыра. Оҫтаның шәхси күргәҙмәһе Мәскәүҙә тәүге тапҡыр үтһә лә, уның картиналары Рәсәй ҡалалары, сит ил картина галереяларында ла һаҡлана. Әйткәндәй, рәссам мәрхәмәтлек менән күптән шөғөлләнә икән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика