Изгелек өләш! 23.05.2015

Өфөлә «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы сиктәрендә «Мәрхәмәт» хәйриә фонды  кескәйҙәр өсөн сағыу тамаша ойошторҙо. Байрамға Өфө ҡалаһы, Баҡалы, Шишмә райондарынан меңгә яҡын бала саҡырылғайны. Бындай акциялар тәүгә ойошторолмай, саранан йыйылған аҡса  ауырыу сабыйҙарҙы дауалауға тотонола.

Клоундар йомаҡтар ҡойоп, һорауҙар биреп,  балаларҙың күңелен асһа, әкиәт геройҙары кескәйҙәргә ҡыҙыҡлы флешмоб ойошторҙо. Малай-ҡыҙҙар төрлө хәрәкәттәрҙе, һүҙҙәрҙе ҡабатларға, ҡушылып йырларға, бейергә тейеш ине.
Баш ҡаланың балалар коллективтары ла тиҫтерҙәренә йыр-моң, сағыу бейеүҙәр бүләк итте.  Бигерәк, тә «Ҡырҡаяҡ» тарҙың сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
Гөлшат Ибраһимова, «Әсә йөрәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: «Балалар күп кенә район-ҡалаларҙан килгән. Үҙ-ара аралашалар , танышалар һәм улар киләсәктә лә бер береһен социаль селтәрҙә табып, хаттар яҙышалар, шуға күрә был сара бик мөһим».
Балалар аралашып, күңел асҡан арала «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһе артында республиканың билдәле артистары, үҙешмәкәр коллективтар  репетиция яһай. Байрам сиктәрендә улар малай-ҡыҙҙарға «Айһылыуҙың муйынсағы» әкиәтен күрһәтә. Сәхнәләштерелгән тамаша Шос һәм Брикс самиттарына бағышланған. Сценарий буйынса Айһылыу исемле ҡыҙ төрлө илдәр буйлап сәйәхәт итергә теләй. Һөҙөмтәлә теләген тормошҡа ашыра.
Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы: «Яуызлыҡты изгелек һәр ваҡыт еңә. Ә бына минең ҡыҙым шундай игелекле, изгелекле булыуы арҡаһында юлында осраған бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп, ят урындарҙа ла үҙенә дуҫ-иштәр табып, иҫән-һау үҙенең тыуған ғы - Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Һәм балаларға был әкиәт шул изгелекте, яҡшылыҡты тәрбиәләү сараһы булараҡ та күренәлер тип уйлайым».
Мауыҡтырғыс һәм мөғжизәле әкиәт донъяһына сәйәхәт кескәйҙәргә генә түгел, уларҙың ата-әсәләренә лә оҡшаны. Сара аҙағында балаларҙы тағы ла бер көтөлмәгән бүләк көттө - һәр кемгә тәмлекәстәр таратылды.  
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика