«Изгелек күгәрсене» балаларға шатлыҡ бүләк итте

«Изгелек күгәрсене» балаларға шатлыҡ бүләк итте 28.10.2014

Йомағужа балалар йорто һәм социаль приюты тәрбиәләнеүселәре ҡыуаныслы  ваҡиға кисерҙе.  

Уларҙа  «Кесе Эйек» яҡташтар ойошмаһы ағзалары һәм башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары ҡунаҡта булды. Ағай-апайҙар буш ҡул менән түгел, ә яҙ баштарында Өфө ҡалаһында уҙғарылған «Изгелек күгәрсене» хәйриә акцияһында йыйылған аҡсаға төрлө бүләктәр, уйынсыҡтар, башҡа кәрәк-яраҡтар алып килгәйне. Балалар шулай уҡ бығаса телевизорҙан ғына күргән йондоҙҙар менән яҡындан аралаша алды.
Сараның икенсе өлөшө Йомағужа мәҙәниәт һарайында дауам итте, бында Өфө ҡунаҡтары балаларға сағыу концерт күрһәтте. Залда ултырған һәр тамашасы кумирҙарына ҡушылып йырланы һәм күңел асты. Ойошторыусылар әйтеүенсә, был акция һуңғыһы түгел, улар киләсәктә лә етем ҡалған сабыйҙарға ҡунаҡҡа килеп торасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку