Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай 27.11.2014

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының  «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектәге  хәйриә проекты дауам итә. Уның сиктәрендә дауаланыуға мохтаж балаларға ярҙам күрһәтелә. Киләһе сюжетыбыҙ геройы - Октябрьский ҡалаһынан Камилла Качелаева. Ҡыҙ әсә ҡарынында уҡ инфекция ауырыуы кисереп, донъяға һуҡыр булып тыуа, ишетеү һәләте лә үҫешмәй.

Хәҙер инде 9 йәшлек Камилла үҫеше буйынса тиҫтерҙәрен ҡыуып еткән, ти мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәге белгестәре. Махсус дәрестәр һөҙөмтәһеҙ ҡалмай - Камилла һандар менән эш итергә, уҡырға  өйрәнгән. Хәҙер ул хатта дөйөм белем биреү мәктәбенә йөрөй башлаған.
Ыңғай һөҙөмтәләр күҙәтелеүенә ҡарамаҫтан, дауалау процесы туҡтатылмай. Баланың күҙҙәренә ике тапҡыр операция яһала.  Әсәһе Камилланы йылына бер нисә тапҡыр Һамар, Йошкар-Олаға дауалауға йөрөтә. Был  ҙур сығымдар талап итә. Ҡиммәтле ишетеү аппараты алыуҙа ғаиләгә хәйриә акцияһында ҡатнашыусылар ярҙам итә.  
Шулай уҡ беҙ Шишмә ҡасабаһында йәшәүсе Альберт Исаев тураһында ла һөйләгәйнек. Дүрт йәшлек балаға церебраль фалиж диагнозы ҡуйылған. Альбертҡа аяҡҡа баҫыуҙа, һөйләшә башлауҙа  Мәскәү медицина технологиялары институты белгестәре ярҙам итергә әҙерлек белдерҙе. Акция сиктәрендә  малайға дауаланыу өсөн 191 мең һум аҡса йыйылған. Әле Альберт Мәскәүҙә реабилитация үтә.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика