«Изге йөрәктән изге китап»

«Изге йөрәктән изге китап» 18.11.2014

Нефтекама ҡалаһы Үҙәк китапханаһында насар күреүсе һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулдан тактиль китаптар эшләү буйынса үҙенсәлекле  проект тормошҡа ашырыла.  

Китапханала биш йылдан ашыу күреү һәләте сикләнгән уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү пункты ла эшләй. Шуға күрә был категория граждандарҙың проблемалары белгестәргә яҡшы таныш. Тактиль китаптар насар күреүсе балаларҙың үҫешендә мөһим роль уйнай, ти улар. Проектты тормошҡа ашырыуға ҡала халҡы араһынан ирекмәндәр - студенттар, йәштәр ойошмалары ағзалары, ҡул эштәре сәнғәте оҫталары һәм башланғыс баҫҡыс педагогтары ла йәлеп ителә. «Изге йөрәктән изге китап» проектына теләгән һәр кем ҡул көсө һәм кәрәкле материалдар менән дә ярҙам итә ала.
Фәйрүзә Хажиева, Нефтекама ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр китапханаһы мөдире: «Тактиль китап эшләү - бик ауыр һәм ҡатмарлы хеҙмәт. Ул күп матди сығымдар, буш ваҡыт һәм, әлбиттә, ижади ҡараш талап итә. Мәҫәлән, ошо китапты эшләүгә аҙнанан ашыу ваҡыт китте. Унда Брайль шрифты менән рус халыҡ әкиәте бирелгән».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку