Изге Ураҙа айының һунғы көндәрен Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы яңы мәсеттә ҡаршы алды

Изге Ураҙа айының һунғы көндәрен Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы яңы мәсеттә ҡаршы алды 27.06.2017

Был төбәктә асылып рәсми теркәлгән 63-сө мәсет. Мәхәлләләр һаны буйынса Баймаҡ районы  республикала тәүгеләр рәтендә килә.

Хәтһеҙ йылдарҙан һуң  Өмөтбай ауылында ла ҡайтанан аҙан тауыштары яңғыраны. Был иһә урындағы халыҡтың бөтнләй динһеҙ, иманһыҙ булыуы хаҡында һөйләмәй, ауылда ҡасандыр мәсеттәр булып та, уның төрлө йылдарҙа бөтөрөлөү тарихы үҙе бер мистик дәлилдәргә бәйле. Мәҫәлән,  ауылдар мәсет 1815 се йылдарҙа уҡ булған. Совет власы урынлашҡан йылдарҙа уның манараһын ҡолатҡан Искәнйәр исемле кешенең һуғыш йылдарында танкта яныуын иманға аяҡ салған кешенең тейешле язаһын алыуы тип фаразлай ауыл халҡы. Быға урындағы тарихсылар ҙа биратаф ҡала алмай. Улар ҡолатылған манараның көмөш айын әле лә эҙләү менән мәшғүл.
Ауыл мәсете тулыһынса халыҡ иғәнәһенә төҙөлә. Тәүге аҡсалата ярҙамды Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе Фәрзәнә Фәйзуллина алып килеп тапшыра. 14 меңлек ярҙамды ситтә йәшәүсе ауылдаштары йыйған.
Былай алғанда ла, изге йорттоң төҙөлөшөнә һәр кем үҙ өлөшөн индергән. Ауыл старостаһынан башлап, урындағы эшҡыуарҙарҙың кемеһе техника, кемеһе материалдар менән дә, ябай кешеләр аҡсалата ла ярҙам ҡулы һуҙған. Яңы мәсеткә рәсми документтарҙы ла Өмөтбайҙан сыҡҡан кешеләр юллай, ошонда мәсетттең хәҙрәтенә имам хатиб дәрәжәһе лә тапшырыла
Диндарҙар әйтеүенсә, ғәйет байрамына бала кеүек саф килеп ингән мосолмандар өсөн был икеләтә байрам булды. Күрәһең урындағыларҙын иманға ынтылышы шул тиклем көслө булғандыр, изге йорттоң асылыуны берәүҙә көсөн йәлләмәгән. Кешенең әүҙем тормош позицияһы, үҙ еренә үҙе хужа булырға ынтылыуы ошондай сараларҙа күренә лә инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика