«Иволга- 2014» форумы еңеүселәре проекттарын бойомға ашырыуҙа ярҙам аласаҡ

«Иволга- 2014» форумы еңеүселәре проекттарын бойомға ашырыуҙа ярҙам аласаҡ 31.07.2014

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич йәштәр форумының Башҡортостандағы еңеүселәре менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе.

Осрашыуҙа республиканан дүрт проект авторы ҡатнашты. Улар форумдың быйылғы һәм үткән йылғы финалистары. Руфина Мөҡминованың эше "Баланы спортҡа алып кил" тип атала. Һәм ул бер урында бар спорт төрҙәре менән танышыу мөмкинлеген бирә. Автор әйтеүенсә, тәүҙә проектты Өфөлә генә бойомға ашырыу ҡаралһа, хәҙер инде уны республика ҡала-райондарында ла ғәмәлгә индереү күҙаллана. Михаил Бабич проекттың ҡыҙыҡлығын билдәләп, Башҡортостанға сәфәре барышында уның менән танышасағын белдерҙе. Башҡаларҙың эштәре лә көнүҙәклеге менән айырылып тора, тине ул. Лилиә Мөхәмәтйәнова, БДУ студенты: «Минең проект Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре саммитында эшләйәсәк волонтерҙарҙы әҙерләүгә һәм тиҙ арала ҡытай телен өйрәтеүгә ҡатып ҡала. Фекер алышыуҙа проекттың бер урында етешһеҙлеге асыҡланды. Уларҙы төҙәткәндән һуң, минең идеямды бойомға ашырыуҙа ярҙам буласағы әйтелде». Осрашыуҙа йәштәр башланғыстары үҙәген ойоштороу буйынса тәҡдим дә индерелде. Үҙәк йәштәр форумдарында еңеп сыҡҡан проекттарға юридик ярҙам һәм бүленгән гранттарҙы дөрөҫ файҙаланыуға булышлыҡ итеү менән шөғөлләнәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку