Ишембай юлдарында һалымдар буйынса бурыслы водителдәр асыҡланды

Ишембай юлдарында һалымдар буйынса бурыслы водителдәр асыҡланды 11.09.2015

Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре яуаплылыҡтан ҡасыусыларҙы «Юл приставы» аппарат-программа комплексы ярҙамында асыҡлай. Система үтеп барған автомо¬би¬л¬дең номерын «уҡып», бер нисә секунд эсендә водителдең штрафы, бурысы барлығын тикшерә.

Ыңғай яуап булғанда, был комплекс сигнал бирә һәм гражданиндың автомобиле тураһында тулы мәғлүмәтте мони¬торға сығара. Телекамера 20-30 метр йыраҡлыҡта транспорттың номерын күрһәтә ала. Бер сәғәт эсендә тиҫтәнән ашыу бурыслы водитель осрай, - ти суд приставтары. Күбеһе штрафын урында уҡ түләй.
Александр Ланкин, Ишембай район-ара суд приставтары бүлеге етәксеһе: «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ярҙамында автомобилдәр туҡтатыла. Бурыстарҙы ҡайтарыу, транспорт һалымын, административ штрафтарҙы түләтеү  маҡсатында водителдәрҙең мөлкәтенә арест һалына. Бурыс күләме бәләкәй икән, тимәк, антирадар, телефон йәки видеотеркәү ҡоролмаһыҙ ҡалырға мөмкин. Әгәр был сумма ҙур икән автомобилде лә ҡалдырырға тура киләсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку