Ишембай районының Ҡолғона ауылы халҡы интернет киңлектәренән кәрәкле мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә 15.10.2014

Райондың төпкөл ауылдарының береһенә  интернет, IP телевидение һәм заманса телефония хеҙмәттәре тоташтырылды.

Былтыр төбәк башлығы менән осрашыуҙа ауыл халҡы интернет селтәрен үткәреү һәм кәрәҙле бәйләнеш булдырыу һорауы менән мөрәжәғәт иткәйне. Ошо көндәрҙә халыҡтың күптән көткән хыялы тормошҡа ашты.

Бөгөн Ҡолғона ауылы мәктәбендә 100-ҙән ашыу бала белем ала. Белем усағында интернет тиҙлеге түбән булыу сәбәпле, уның мөмкинлектәре менән балалар тулы ҡеүәтенә ҡуллана алмаған. Хәҙер уҡыусылар интернет селтәрендә секундына 15 мега бит тиҙлегендә эшләй ала. Ата-әсәләр балаларының уҡыу барышын, баһаларын электрон көндәлектән күҙәтеү, дәүләт хеҙмәттәрен интернет аша түләү мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ быйыл мәктәпкә яңы автобус бирелгән.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика